Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Октябрь 2020, 16:19

Сирләгегеҙ килмәһә...

Киҙеү, коронавирус һәм башҡа киҫкен респиратор вирус инфекциялары миҙгелендә нисек ауырымаҫҡа?

Киҙеү, коронавирус һәм башҡа киҫкен респиратор вирус инфекциялар миҙгелендә нисек ауырымаҫҡа?
Һәммәбеҙ сирле кешенең йүткереүе йәки сөскөрөүе һөҙөмтәһендә вирустарҙың ныҡлап таралыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Әммә гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү был сирҙәрҙе йоҡтороуҙы күпкә кәметә икәнлеген дә онотмайыҡ. Ҡулдарҙы һабынлап, яҡшылап йыуыу, урамдан ингәндән тағы танауҙы тоҙло һыу менән таҙартыу инфекция эләктермәү мөмкинлеген күпкә арттыра. Өҫтәүенә күҙгә йәки биткә ҡул менән тейергә ярамай.
Күп кеше йөрөгән урындарҙа бер тапҡыр кейелә торған битлек кейергә кәрәк. Уны ла ике-өс сәғәттән һуң алмаштырыу фарыз һәм ҡайтанан файҙаланырға ярамай. Тағы кеше күп булған урындарҙа сәсте йыйып йөрөргә кәңәш итә белгестәр, юғиһә вирус эләктереү ихтималлығы арта икән. Сирләгән кешеләргә яҡын барырға һәм улар менән бер бинала булыу ҙа хәүефле икәнлеген онотмайыҡ. Ҡул бирешеп күрешеү, ҡосаҡлашыу, үбешеү кеүек күренештәрҙең дә вирус таратыу ихтималлығын тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрәйек. Дөйөм таҫтамалды ҡулланмаҫҡа һәм биналарҙы йышыраҡ елләтергә лә кәрәк.
Кемдер сирләй икән, ул башҡа һау кешеләргә вирусты йоҡтормаҫ өсөн хәстәрлек күрергә тейеш. Был осраҡта йәмәғәт транспортында йөрөүҙән тыйылығыҙ, битлек кейегеҙ, үҙегеҙ өсөн генә тәғәйенләнгән йәки бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабаны тотоноғоҙ. Көн һайын торлаҡты таҙартыу, йыйыштырыу, ишек тотҡаларын, һүндергестәрҙе һәм оргтехника менән идара итеү панелдәрен һөртөгөҙ.
Төрлө вирустарҙан һәм инфекцияларҙан һаҡлаған битлектәрҙе нисек дөрөҫ кейергә? Ҡағыҙ фильтрлы битлекте ике сәғәткә бер алмаштыралар, махсус бактерицидлы матдә менән эшкәртелгәнен өс-биш сәғәт тирәһе кейәләр. Әгәр ул йүткереүҙән, сөскөрөүҙән еүешләнһә, уны тиҙ генә алмаштырыу зарур. Уларҙы ҡайтанан файҙаланырға һис ярамай.
Кеше күп урындарҙа кейелгән битлек ауыҙҙы, танауҙы һәм эйәкте ҡапларға тейеш, пластик нығытмаһын танауға яраҡлаштырып бөгөргә кәрәк. Битлекте кейгәндән һуң уны тотҡоларға ярамай. Сискәндә лә уның һаҡлау ҡатламына теймәгеҙ.
Битлекте дөрөҫ файҙаланғанда ғына, ул – һаҡланыу сараһы. Медицина битлеген кейгәндә аҡ яғы эстә ҡалырға тейеш. Әйткәндәй, эпидемилогтарҙың тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, инфекцияны эләктергән кешенең битлек кейеүе инфекцияның таралыу тиҙлегенә артыҡ йоғонто яһамай. Шуға сирләгегеҙ килмәһә, һау саҡта уҡ битлекте дөрөҫ кейегеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: