Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Сентябрь 2020, 13:17

ГӨЛЙЕМЕШ

/

Был файҙалы үҫемлек беҙҙең яҡтарҙа киң таралған, быйыл бигерәк тә ныҡ уңған. Уны йыйыуы еңелдән түгел, әммә файҙаһы бик ҙур.
Ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл һутлы «емештәре» өлгөргәс, гөлйемеш көҙ көнө лә әллә ҡайҙан күренә. Уның емештәре ныҡ үҫешкән сәскә төбөнән барлыҡҡа килгән. Гөлйемештең ысын емештәре - ваҡ ҡына аҡһыл орлоҡтар. Улар емшәндәрҙән барлыҡҡа килә һәм сәскә төбөндә урынлаша. Сәскә төбө эстән ҡаты һырышҡаҡ төксәләр менән ҡапланған, һутлы сәскә төбөндә витаминдар күп була.
Дауалау өсөн гөлйемештең, нигеҙҙә, емеше ҡулланыла. Емешендә төрлө биологик актив матдәләр бар, ул С витаминына бай. Емеште көҙгөһөн ҡырау төшкәнгә тиклем йыялар. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Гөлйемеште ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы. Сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына, ныҡ мохтаж. Гөлйемеш төнәтмәһен (йә ҡайнатмаһын) кешенең ағза-туҡымалары ҡанаусан булғанда (кровоточивость), геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә.
Төнәтмәне әҙерләү: 4 ҡалаҡ киптереп ваҡланған емеште 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер тәүлек тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр 1/2-1 стакан эсергә. Гөлйемеш үҫемлегенең япрағы һәм тамыры ла шифалы.
Гөлйемеш япрағын (кипкәне лә ярай) эҫе һыуҙа йомшартып, экзема кеүек тире ауырыуы сабыртмаһына ҡаплап, 1-2 сәғәткә бәйләп һалырға кәңәш ителә. Төнәтмә яһап, был ауырыуҙарҙан сылатҡыс, ванна яһарға ла мөмкин.
К.Ишбулдина.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/khuzhabik-g/G-LYEMESh-453171/
Читайте нас: