Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Август 2020, 00:41

Кишерҙе нисек һаҡларға?

Күптәр кишерҙе ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға тип баш вата ла башлағандыр инде. Бының ябай ғына ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Күптәр кишерҙе нисек һаҡларға тип баш вата ла башлағандыр инде. Бының ысулдары күп, ти баҡсасылар.
Мәҫәлән, электән өйрәнгәнсә, йәшниктәргә тултырып, ҡом менән күмгәндәр бар. Ҡырғыстан үткәреп, туңдырғысҡа ҡуябыҙ, тигәндәр ҙә күп.


Ә беҙ һеҙгә тағы бер ысул тәҡдим итмәксебеҙ. Ҡышҡа әҙерләгән кишерҙе яҡшылап йыуып, төптәрен ҡырҡып, сепрәккә һалып киптерәһең. Аҙаҡ целлофан тоҡсайҙарға һалып, һауа инмәҫлек итеп баштарын бәйләйһең дә, ҡағыҙ йәшниктәргә тултырып, баҙға ҡуяһың.
Әйтелгән кәңәште теүәл үтәһәгеҙ, ҡыш буйы яңы ҡаҙып алған кеүек кетерләп кенә торған кишер ашарһығыҙ. Шулай уҡ был йәшелсәне ҡырғыстан үткәрһәң, йә төрлөсә тураҡлаһаң, кәрәк ваҡытта алып файҙаланыу бик уңайлы булыр.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: