Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Август 2020, 23:26

Ҡышҡылыҡҡа - тултырылған помидор

Йәшелсә-емештән ниҙәр әҙерләйһегеҙ, хужабикәләр? Ошондай рецепты тәҡдим итәбеҙ. Уңышығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын!

Ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емештән ниҙәр әҙерләйһегеҙ, хужабикәләр? Ошондай рецепты тәҡдим итәбеҙ. Уңышығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын!
Помидор, һарымһаҡ, петрушка, татлы борос, бөртөклө борос алабыҙ.
Тоҙлоҡ өсөн: бер аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы һеркә.
Әҙерләй башлайбыҙ. Помидорҙарҙың ҡатыһын, иҙелмәгәнен, уртаса ҙурлыҡтағын алырға кәрәк. Татлы боросто түңәрәкләп киҫәбеҙ. Помидорҙың һабаҡ урынын киҫеп, һарымһаҡ, ваҡлап туралған петрушка ҡушабыҙ. Шунан банкаға ҡатлап тултырабыҙ. Тәүҙә фаршланған помидорҙы, унан һарымһаҡ, бөртөклө борос, татлы борос һалабыҙ.
Артабан өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡоябыҙ ҙа 15 минут тотабыҙ. Өс мәртәбә шулай эшләп, һыуын түккәс, тоҙлоҡ яһап, помидорҙың өҫтөнә ҡойоп, банкаларҙы ябабыҙ. Шунан баш түбән әйләндереп, йылы одеалға урайбыҙ.
Банкалар һыуыһа, әҙер була.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Pinterest.fr
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: