Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
9 Август 2020, 14:09

ҺАРЫМҺАҠТЫ ЯҘҒА ТИКЛЕМ НИСЕК ҺАҠЛАРҒА

.

Һуған һәм һарымһаҡ яҙға тиклем яҡшы һаҡланһын тиһәгеҙ, уларҙың дөрөҫ сорт-
тарын һайлағыҙ. Һаҡлау өсөн артыҡ "уҫал", йәғни әсе һуған һәм эфир майҙары күп булған яҙғы һарымһаҡ кәңәш ителә.
Уларҙы түтәлдән йыйып алғас, оҙаҡ итеп киптерергә кәрәк. Һуғанды ағас тартмаларҙа һәм үреп һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡты парафинлау ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн сеткаға тултырылған һарымһаҡты 2-3 секундҡа иретелгән парафинға тығып алырға кәрәк. Һыуынғас, киндер ҡапсыҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуялар. Шулай уҡ һарымһаҡты быяла банкаларға он менән бутап тултырырға ла мөмкин. Һуғанды - 1-2 йәки 18-22 градус, ә һарымһаҡты 1-3 градус йылылыҡта һаҡларға мөмкин.

Нэркэс Валиуллина

Читайте нас: