Август – алма айы. Был мәлдә баҡсалар башты әйләндерерлек алма еҫенә тула. Уңған хужабикәләр был емештән йөҙ төрлө ризыҡ әҙерләй белә. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға алманан еңел генә әҙерләнгән тәмле рецепт өлгөләре тәҡдим итәбеҙ.
Гәрәбә кеүек ҡайнатма
Алмаларҙы йыуып, үҙәген алғас, йоҡа ғына итеп турарға. Бер килограмм емешкә бер килограмм шәкәр, бер стакан һыу алына.
Шәкәргә һыу өҫтәп, талғын ғына утта сироп әҙерләргә. Әҙер сиропҡа туралған алманы һалып, һаҡ ҡына болғай-болғай биш минут ҡайнатырға. Артабан һыуытырға ҡуйырға һәм тулыһынса һыуынғас, тағы биш минут ҡайнатырға. Ошо рәүешле алманы өс-дүрт тапҡыр (ҡуйырыуына ҡарап) ҡайнатып алырға. Әлбиттә, ҡат-ҡат ҡайнатыу мәшәҡәтлерәк кеүек, уның ҡарауы, ҡуйы, гәрәбә ише ялтырап торған ҡайнатма килеп сығасаҡ.
Алманан үҙенсәлекле тәмлекәс
Был ризыҡты мул ғына итеп әҙерләп, банкаларға нығытып ябып, ҡышҡылыҡҡа ла һаҡларға мөмкин.
Ике килограмм алманың тышын әрсеп, уртаһын алып, әҙ генә һыу ҡойоп, бешерергә ҡуябыҙ. Йомшарып бешкәндән һуң блендер ярҙамында иҙмә эшләйбеҙ. Уға бер банка ҡуйыртылған һөт ҡушып, талғын ғына утта болғай-болғай тағы 15 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып, нығытып ябып һаҡларға.
Туңдырылған алма
Туңдырып һаҡлаған алма – ҡышҡыһын бәлеш өсөн бына тигән эслек!
Таҙалап йыуылған алмаларҙы турап, полиэтилен ҡапсыҡтарға бер бәлешлек итеп һалып туңдырабыҙ. Ҡыш сығарып, артыҡ ныҡ иретмәй, ҡоро табаға һалып, һыуы бөткәнсе талғын ғына утта тотабыҙ. Сама менән шәкәр ҡомо өҫтәһәң, алма бәлеше өсөн эслек әҙер!
Бешкәне файҙалыраҡ
Был емеш ни тиклем файҙалы булмаһын, ҡайһы берәүҙәргә, мәҫәлән, ашҡаҙан сирҙәре, сей яра (язва) булған осраҡта алма ашау ҡәтғи тыйыла. Был осраҡта табиптар, диетологтар уны бешереп ашарға кәңәш итә.
Бешерелгән алма витаминдар йәһәтенән яңыһынан бер яғы менән дә ҡалышмай, киреһенсә, ул калий менән магнийға байыраҡ. Бәләкәс балаларға һәм оло йәштәгеләргә лә ҡурҡмай бирергә була, сөнки дисбактериоз, газ йыйылыу кеүек күренештәрҙе барлыҡҡа килтермәй.
Алмаларҙың уртаһын алып, бер ҡалаҡ бал, бер балғалаҡ аҡ май һалығыҙ. Оҡшаһа, дәрсен (корица) һибергә мөмкин. 180 градус эҫелектәге мейестә 20-30 минут бешерергә. Бал урынына шәкәр, йөҙөм, күрәгә кеүек кипкән емештәр ҡулланырға ла була.