Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Август 2020, 00:11

Киптерелгән алма файҙалымы?

Баҡсаларҙа алмаларҙың балланып ултырған сағы, рәхәтләнеп файҙаланып ҡал!

Бөгөн күптәр алманың мул осоронда уны турап туңдырғысҡа һала, йә иһә ҡайнатма, һуттар яһай. Күптәр киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икәнлеген белмәй. Шуға күрә уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптереүҙе хуп күрә. Ә ысынында, киптерелгән алма- витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин. Был алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ мәтдәләр алмашыуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта.
Ә бына шәкәр сире, һимереү ҡурҡынысы янағандарға киптерелгән алманы файҙаланыуҙан һаҡ булырға кәңәш ителә, ҡулланғанда сама белеү яҡшыраҡ, ти табиптар ҙа. Шулай уҡ диатез менән сирләгән балаларға киптерелгән алманың компотын эсеү файҙалы.
Шулай уҡ һатыуҙа хәҙер хужабикәләр өсөн бик уңайлы булған электрлы йәшелсә һәм емеш киптереү өсөн махсус ҡоролма һатыла. Уны ла ҡулланырға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, алмалар тәгәрәшеп ятҡанда, уны әрәм итмәй, тураҡлап, киптереп ҡалығыҙ. Ҡыш бауы оҙон, барыһы ла кәрәгер...
Фото: vk.com
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: