Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Август 2020, 23:07

Теҙ нилектән ауырта?

Теҙ – кеше организмының иң ҡатмарлы быуындарының береһе. Өҫтәүенә уға бер туҡтауһыҙ ауырлыҡ та төшә. Ошо ике фактор уны бик тиҙ зарарланыусан итә лә инде.

Үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла теҙ ауыртыуҙы кисермәгән кеше бар микән?

Теҙ – кеше организмының иң ҡатмарлы быуындарының береһе. Өҫтәүенә уға бер туҡтауһыҙ ауырлыҡ та төшә. Ошо ике фактор уны бик тиҙ зарарланыусан итә лә инде.

Сәбәптәре
Теҙҙәге ауыртыу һәр осраҡта ла ниндәйҙер сир билдәһе булып тормай. Мәҫәлән, йәш үҫмерҙәрҙең быуындары ауыртыусан була, сөнки ул йәштә балалар тиҙ үҫә, ә ҡан тамырҙары һөйәктәрҙән һуңыраҡ етлегә. Йәш үҫмерҙәрҙең быуындары шул сәбәпле ауырта.

Сәләмәт өлкән кешенең теҙендә ауыртыу әлеге быуынға артыҡ күп ауырлыҡ төшөүҙән дә барлыҡҡа килергә мөмкин. Бындай хәл спортсыларҙа йыш була.
Теҙ быуынында ауыртыу килтереп сығара торған сирҙәр иһә бик күп. Теҙҙе бәреү, мениск зарарланыу, һеңерҙәр өҙөлөү йәки елкенһенеу, теҙ ҡапҡасы сығыу. Остеомиелит һәм туберкулез кеүек айырыуса ҡурҡыныс сирҙәр ҙә ауыртыуҙың сәбәпселәре була ала.
Эсәклек елкенһенеүҙән интегеүселәрҙең күбеһенең быуындары ла һыҙлай.

Ревматоид артрит
Ревматоид артрит менән сирләүселәрҙең эсәклегендә Превотелла копри тип аталыусы бактерия башҡа сырхауҙар менән сағыштырғанда күберәк осрай икән.
Диагноз ҡуйыу өсөн ҡан анализы йә иһә быуын эсендәге шыйыҡлыҡ тикшерелә. Шулар нигеҙендә, сирле кешелә С-реактив аҡһым күрһәткесе һәм СОЭ күтәрелгәнлеген, анемия, лейкоцитоз, тромбоцитоз барлығын билдәләйҙәр. Ә ҡул-аяҡ быуыннарын рентгенға төшөргәс, быуын тирәһендәге туҡымаларҙың шешкәнлеге күренә.
Йышыраҡ аяҡтар зыян күрә: артрит теҙҙән башлана. Аҙаҡ ауыртыу тубыҡҡа, иң башына һәм бүтән быуыннарға тарала.

Реактив артрит
Был сирҙе һейҙек ҡыуығында, енес ағзаларында була торған йоғошло ауырыуҙар – гонорея, уреоплазма, хламидиялар килтереп сығара. Шулай уҡ эсәклек ауырыуҙары – сальмонеллез, дизентерия ла үҙ өлөштәрен индерә. Реактив артрит ваҡытында елкенһенеү процессы теҙ быуынын ғына түгел, уның янындағы һеңерҙәрҙе, башҡа быуындарҙы, хатта күҙҙәрҙе лә зарарлай.

Фото:Katrinshine.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: