Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Июль 2020, 16:23

Вирусҡа ҡаршы үләндәр әҙерләп ҡуяйыҡ

/

Яман сир бер аҙ сигенгәндәй булһа ла, көҙгә уның икенсе тулҡыны көтөлә, ти белгестәр. Вирус ҡотороноп китмәһен өсөн йәйге айҙарҙа үләндәр йыйып киптереп ҡуйырға кәңәш итә ғалимдар.
Ошо үләндәр исемлеген фитотерапевт, медицина фәндәре докторы, профессор Сергей Турищев тәҡдим итә:
Пәйғәмбәр тырнағы (Календула). Әрем.
Гөлбәҙәрән (Һары мәтрүшкә). Мәтрүшкә.
Кейәү үләне. Йылан тамыры (Шалфей).
Татлы тамыр (Солодка). Алоэ.
Фенхель.
Бөтнөк (Мята) Керән.
Һарымһаҡ. Ҡылыс үлән (Аир). Бүре емеше, мәрүәр.(Бузина).
Был үләндәрҙең күбеһе баҡсала йәки эргә-тирәлә генә үҫә. Йыйып киптереүе оҙаҡ түгел. Тик дөрөҫ итеп киптерә белергә генә кәрәк. Йәғни, үләнде төшкә тиклем йыйырға һәм күләгәлә еләҫ урында киптерергә кәрәк.
Фитотерапевт аңлатыуынса, был үләндәрҙең ҡайһы берҙәре иммунитеттың күҙәнәк звеноһын көсәйтә һәм интерферон эшләп сығарыуға булышлыҡ итә. Шунлыҡтан, организм күҙәнәктәренә вирус инеүгә ҡаршы барьер барлыҡҡа килә. Һау-сәләмәт булайыҡ, йәмәғәт!
Автор: Роза Сафина.
Читайте нас: