Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Июль 2020, 00:36

Ҡарағаттың бешкән сағы

Ҡарағаттарығыҙ бештеме? Беҙҙеке беште! Һеҙҙең иғтибарға - күптәр яратып эшләгән ҡайнатманың рецебы.

Ҡарағаттарығыҙ бештеме? Беҙҙеке беште! Ҡарағаттан нимә генә эшләмәйбеҙ: компот ябабыҙ, туңдырабыҙ. Ҡурай еләге менән иҙеп туңдырһаң да ныҡ тәмле! Быйыл ҡарағат мул булды, уңышты исрафламай йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡалайыҡ.
Үҙем яратып эшләгән ҡайнатманың рецебы менән бүлешәм.
Был ҡайнатма желе һымаҡ килеп сыға, банка ситтәренә йәбешмәй. Ике стакан һыу, алты стакан шәкәр, дүрт стакан ҡарағат кәрәк. Ҡарағаттың күләме күберәк булһа, 500 грамлыҡ банка менән дә үлсәргә була. Өс стакан шәкәрҙе һыуға һалып, ағарып сыҡҡансы ҡайнатабыҙ. Унан ҡарағатты һалабыҙ. Ете минут ҡайнатҡас, күбеген алырға кәрәк. Утты самалап уртаса ҡыҙыулыҡта тотоғоҙ.
Ете минуттан ҡалған өс стакан шәкәрҙе һалырға ла тағы биш минут ҡайнатырға. Банкаларҙы стерилләгәс, эҫе ҡайнатманы һалабыҙ ҙа, тимер япҡыстар менән ябабыҙ. Банкаларҙы әйләндерергә кәрәкмәй, кискеһен эшләп, шунда уҡ баҙға сығарып ултыртҡанда, желеһы тағы ла ҡуйыраҡ була.
Тәмле булһын!
Автор: Лилия Нуретдинова

Читайте нас: