Мәтрүшкә — күп йыллыҡ хуш еҫле үҫемлек. Уны июль-август айҙарында сәскә ата башлағас йыйырға мөмкин. 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, күләгәле урында, яҡшы елләтелгән бинала киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була.
Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланырға ярай. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда, мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.
Йәмле тыуған еребеҙҙең шифалы үләндәрен ваҡытында йыйып ҡалайыҡ, сәләмәт булайыҡ!
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.