Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы - организм өсөн стресс, ул һыуһай. Шуға күрә был осорҙа һыу эсеүҙең күләмен икеләтә арттырыу кәрәк. Ҡайһы саҡта күпме эсеүгә ҡарамаҫтан, һыуһын ҡанмай. Бындай осраҡта беҙҙең кәңәштәр һеҙгә ярҙамға килер.
Сәй. Һыуһынды баҫыр өсөн сәйҙе һыуҙан 1/3 өлөш кәмерәк эсергә кәрәк. Былай иткәндә, эсеү теләге тиҙ баҫылыр. Иң ҡулайлыһы каркаде һәм йәшел сәй һанала. Уны йылыраҡ итеп, шәкәрһеҙ эсһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.
Ряженка, кефир, айран. Эҫе көндәрҙә ҡуйылығы аҙыраҡ һөт ризыҡтарын эсеү кәңәш ителә. “Эремсек һыуы” эсеү ҙә файҙалы, әммә ауыл һөтөнә өҫтөнлөк бирмәү хәйерле, эскән осраҡта ла аҙыраҡ һыу ҡушырға кәңәш ителә.
Кеүәҫ. Баллы булмаған, өй шарттарында яһалғаны яҡшы. Кибеттәрҙә һатылған газлы эсемлек һеҙҙе тағы ла һыуһатасаҡ.
Һыу. Ябай һыуҙы ҡулланыу күпкә отошло. Бер стаканға бер телем лимон киҫәге һалып эсеү ҙә һыуһынды баҫа. Шулай уҡ газһыҙ минераль һыуҙы файҙаланырға кәңәш ителә.
Лимонад. Уны өй шарттарында ла эшләргә мөмкин. Эсемлекте яһау өсөн лимондың ҡабығын ҡайнатып, пюреһын (иҙмә) йәки туңдырылған лимон киҫәктәренән эшләргә. Лимонад әсе булмаһын өсөн, уның эсендәге аҡ йомшаҡ ерен киҫеп алырға кәрәк.
Компот. Уны төрлө емеш-еләк менән ҡарағат, бөтнөк япраҡтарын һалып ҡайнатһаң, бына тигән витаминлы эсемлек була. Ул һыуһынды бик тиҙ баҫасаҡ.
Йәйге селләлә йылыраҡ йәки һалҡын һыу һәйбәт, әммә туңдырылған, боҙло һыу эсергә ярамай.