Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Июль 2020, 23:18

Сәс майланһа, ҡауаҡ йонсотһа...

Ҡул аҫтыбыҙҙағы үлән-сәскәләрҙән эшләнә торған ябай ғына бер нисә төнәтмә рецебы тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ!

Урман-ҡырҙар, баҡсалар йәшлекте, матурлыҡты оҙаҡ һаҡларға ярҙам итә торған үҫемлектәргә сикһеҙ бай. Дарыу үләндәре косметикала күп ҡулланыла. Шуларҙың һәр кем ҡуллана ала торған иң ябай бер нисә рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Башығыҙ ҡауаҡланһа, сәсегеҙ тиҙ майланһа, ошо составты ҡулланығыҙ. Ҡырҙа үҫкән шыршы үләнен (полевой хвощ) һәм үгеҙ күҙе (арника) үләне сәскәһен ваҡ ҡына турап, берәр аш ҡалағы алығыҙ ҙа, шуға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер нисә минут ҡайнатығыҙ. Һыуынғас, һөҙөгөҙ. Шуны көн аралаш йоҡларға ятырға 1-1,5 сәғәт ҡалғас сәстең төбөнә һөртөп, баш тиреһенә массаж яһағыҙ.
Ҡыҙыл бөрлөгәнде (костяника) тамыры менән ҡаҙып алығыҙ. Тамырын турағыҙ. Бүре тырнағы (змеевик) үләне тамырын ҡушығыҙ. Шуларҙан төнәтмә яһағыҙ ҙа, юғарыла әйтелгәнсә, баш тиреһенә һөртөгөҙ.
100 грамм кесерткән япрағы, 100 грамм тамырын алып, ваҡ ҡына итеп турағыҙ. Шуға ярты литр аш һеркәһе, 250 грамм аҡ араҡы, бер стакан һыу һалып, ярты сәғәт ҡайнатығыҙ. Һыуынғас, һөҙөгөҙ. Шуны мамыҡ менән баштың тиреһенә көн һайын һөртөгөҙ.
Көҙ дегәнәк япрағының бер йәки ике йыллыҡ тамырҙарын йыйығыҙ, ваҡ ҡына итеп турағыҙ, шуға үсемлек майы һалығыҙ (бер ҡалаҡ тамырға бер ҡалаҡ май). Ике-өс аҙна торһон. Артабан уны аҙнаға ике тапҡыр сәс төбөнә һөртөгөҙ.
Сәсте йыуғандан һуң сайҡатыу өсөн үлән төнәтмәләрен ҡулланығыҙ. Июнь, июль айҙарында ике-өс ус йүкә сәскәһе йыйып, ике литр ҡайнар һыуға һалығыҙ, ҡырҡ минуттан һуң һөҙөгөҙ. Бындай һыу ҡоро һәм уртаса тороштағы сәс өсөн һәйбәт.
Тиҙ майланыусан булһа, һыуға йәшел йәки кипкән ҡомалаҡ орлоғонан, кесерткән япрағынан һәм миләштән яһалған төнәтмә (өс стакан һыуға берәр аш ҡалағы) ҡушырға мөмкин.
Тигеҙ күләмдә ромашка, көнбағыш һәм барбарис сәскәһе һалып, сәй бешергән кеүек бешерегеҙ, 30-40 минут томалап тотоғоҙ, аҙаҡ баш тиреһенә һөҙөгөҙ. Йыуғас, ошо төнәтмә ҡушылған һыу менән сайҡатһаң, сәстең төҫө асыҡлана төшә.
Йәй йүкә сәскәһе йәки ҡурай еләге япрағы төнәтмәһе ҡушылған һыу менән йыуыныу бик файҙалы (уны берәр ҡалаҡ япраҡҡа бер стакан ҡайнар һыу һалып яһайҙар). Шулай йыуынғас, битегеҙ кипкәнсе мул итеп тирегеҙгә килешә торған крем һөртөгөҙ. 10-15 минуттан һуң уны ҡағыҙ салфетка менән һөртөп алығыҙ. Һөйәлдәр сыҡһа, уларға көнөнә 4-5 тапҡыр бәпембә һабағы һуты һөртөгөҙ. Йәки йәш бәрәңге киҫәге, һарымһаҡ менән ышҡығыҙ. Халыҡ медицинаһы шулай уҡ һөйәлдәргә мейескә тәгәрәтеп бешерелгән һуған ябырға тәҡдим итә.

Фото: Pxhere.com
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: