Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Июль 2020, 16:35

Документығыҙҙы юғалтһағыҙ...

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, ҡайһы саҡта паспорт, водитель танытмаһы, полис кеүек мөһим

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, ҡайһы саҡта паспорт, водитель танытмаһы, полис кеүек мөһим документтарҙы юғалтып ҡуяһың.

Был осраҡта тәү сиратта нимә эшләргә?

1. Барлыҡ банк карталарығыҙҙы блоки­ровкалағыҙ.
2. Яҡындағы полиция бүлегенә барып, булған хәл тураһында ғариза яҙырға кәрәк.
3. Паспортты тергеҙергә. Уны Рәсәй Эске эштәр министрлығының урындағы бүлегендә атҡарырға мөмкин. Бының өсөн 1500 һум дәүләт пошлинаһы түләү талап ителә. Йәшәгән урын буйынса мөрәжәғәт иткән осраҡта паспорт 10 көн дауамында әҙерләнә, ә бүтән урында – 30 тәүлектә.
4. Паспортты алғандан һуң, башҡа документтарҙы тергеҙегеҙ.

Сит ил паспорты

1. Сит ил паспортын Рәсәйҙә юғалтһағыҙ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ, сит илдә юғалтҡан осраҡта – Рәсәй вәкиллегенә йәки консуллығына.

2. Яңы сит ил паспортын әҙерләүгә ғариза бирегеҙ. Уны Дәүләт хеҙмәте, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса идаралыҡҡа йәки Күп функциялы үҙәккә тапшырырға мөмкин. Йәшәгән урында был документты бер ай әҙерләйҙәр, ә барған урында эшләтеүгә өс ай талап ителә.

3. Дәүләт пошлинаһын түләргә. Дәүләт хеҙмәте порталы аша ул осһоҙораҡҡа төшә. Яңы өлгөләге сит ил паспорты өсөн 3500 һум, 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн – 1750 һум, ә иҫке өлгө өсөн өлкәндәргә – 1400 һум, балаларға 700 һум түләргә кәрәк.

СНИЛС

1. СНИЛС менән яңы карточка бушлай бирелә. Паспорт кәрәк буласаҡ.
2. Эшләгән булһағыҙ, кадрҙар бүлеге аша ғариза бирегеҙ.
3. Үҙегеҙҙең шәхси эшегеҙ булһа, йәшәгән урынығыҙҙа Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһенә страховкалаусы сифатында мөрәжәғәт итегеҙ.
4. Эшһеҙ булһағыҙ, йәшәгән йәки үҙегеҙ теләгән ерҙә Рәсәй Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.
5. Ғаризаны теркәгәндән һуң бер ай эсендә карточка дубликатын бирәсәктәр.

ОМС полисы

1. Үҙегеҙ полис алған урынға йәки башҡа страховка компанияһына мөрәжәғәт итегеҙ.
2. Документтар тапшырығыҙ. Рәсәйҙең 14 йәшкә тиклемге граждандарына тыуыу тураһында таныҡлыҡ, СНИЛС (әгәр булһа) һәм атайығыҙҙың йәки әсәйегеҙҙең паспорты кәрәк буласаҡ. 14 – 18 йәшлек Рәсәй гражданына – паспорт, СНИЛС, атайығыҙҙың йәки әсәйегеҙҙең паспорты, 18 йәштән өлкәндәр өсөн (хәрби хеҙмәт үткәндәрҙән һәм уларға тиңләштерелгәндәрҙән тыш) паспорт, СНИЛС талап ителә. Сит ил гражданына сит ил гражданы паспорты, йәшәүгә рөхсәт йәки ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт, СНИЛС тапшырырға кәрәк.
3. Мөрәжәғәт иткән көндә һеҙгә медицина ярҙамы алыуға хоҡуҡ биргән ваҡытлыса таныҡлыҡ бирелә, тик ул биш көн генә ғәмәлдә була.
4. Ошо биш көн дауамында һеҙгә даими полис бирергә тейештәр.

Водитель танытмаһы

1. Дәүләт автоинспекцияһының үҙегеҙ һайлаған теркәү бүлегенә йәки Дәүләт хеҙмәте порталы аша ғариза бирегеҙ. Интернет аша ғариза биргәндә, дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама бирелә.
2. Рәсәй паспорты кәрәк буласаҡ, медицина белешмәһе мотлаҡ түгел. Әммә белешмә булғанда, һеҙгә яңы танытманы 10 йылға бирәсәктәр. Белешмәгеҙ булмаһа, иҫке танытма буйынса ҡалған мөҙҙәткә ярашлы файҙаланыу ваҡыты бирелә.

Фото: mosreg.ru
Автор: Рәмилә МУСИНА
Читайте нас: