Ә япраҡлы сәйҙәрҙең еҫе ниндәй! Һалҡын тейеп, грипп менән ауырығанда ҡарағатлы сәй эсһәгеҙ, организм нығый. Сәйен былай бешерәләр: ике бал ҡалағы киптерелгән йәки яңы өҙөлгән ҡарағат япрағына бер стакан ҡайнаған һыу һалып, өҫтөн ҡаплап торабыҙ. 10-15 минуттан ул әҙер. Бал да ҡушһағыҙ, шифаһы күпкә артасаҡ. Бындай сәйҙе цистит, ҡан баҫымы ауырыуҙарынан, пародонтоз ваҡытында дауа булараҡ ҡулланырға мөмкин.