Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Июль 2020, 23:37

Үҙе шарҙай, тәме балдай...

Витаминдарға бай был гигант емеште нисек дөрөҫ һайларға? Иртә өлгөргән ҡарбузды шикләнмәйенсә ашарға мөмкинме?

Сауҙа кәштәләрендә ҡып-ҡыҙыл ҡарбуздар пәйҙә булды. Элегерәк беҙ был татлы еләкте август аҙаҡтарында ғына тәмләй алһаҡ, хәҙер уның менән йәй башынан һыйланырға мөмкин.
Витаминдарға бай был гигант емеште нисек дөрөҫ һайларға, иртә өлгөргән ҡарбузды шикләнмәйенсә ашарға мөмкинме? Бер кемгә лә сер түгел: ҡарбуз миҙгеле башланыу менән уны ашап ағыуланыу осраҡтары ла теркәлә башлай.
Ҡарбузды юл буйҙарынан, законһыҙ сауҙа нөктәләренән һатып алмағыҙ. Ә инде алдан ҡырҡып һалынғанына яҡын да бармағыҙ.
Иң ҙур еләк һаналған был татлыҡай 90 процентҡа һыуҙан тора, шуға күрә уны төрлө ысул менән ҡыҙартыу ҡыйын түгел. Әгәр һатып алған ҡарбузығыҙҙа яһалма буяу бармы-юҡмы икәнен белгегеҙ килһә, бер стакан һыуға бер-ике ҡалаҡ ҡарбузды һалып иҙегеҙ. Һыу шунда уҡ алһыу-ҡыҙыл төҫкә инһә, тимәк, еләккә махсус рәүештә төҫ биргәндәр. Ә инде һыу төҫөн үҙгәртмәйенсә бер аҙ тоноҡланһа – яһалма буяу юҡ тигән һүҙ.
Ҡырҡылған ҡарбузды һыуытҡыста оҙаҡ һаҡларға ярамай - бер, иң күп тигәндә, ике тәүлек. Ул бик тиҙ әсеп, боҙолоп бара. Ә бына бөтөн еләк, һыуытҡыста йәки баҙҙа тейешле шарттар булдырған осраҡта, бик оҙаҡ һаҡлана ала.
Ҡарбуздың районлаштырылған сорттары беҙҙең климат шартарында ла яҡшы өлгөрә. Әгәр уны иртә яҙҙан сәсеп, дөрөҫ тәрбиәләһәгеҙ, тәмле, файҙалы, иң мөһиме – экологик йәһәттән таҙа еләк ашап ҡыуанырһығыҙ.
Фото: ogorodnik24.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: