Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Июль 2020, 23:33

Баҡсаны ҡарышлауыҡтарҙың баҫып алыуы күптәрҙе хафаға һала

Был бәләнән ҡотолоу юлын Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең БР буйынса филиалының Әлшәй районы буйынса бүлегенең баш агрономы Гөлфиә ЯХИНА өйрәтә.

Дүңгәләк ебәк күбәләге (кольчатый шелкопряд) – киң таралған ағыулы ҡоротҡос, уның ҡарышлауыҡтары бөтә төшлө емеш культураларын, айырыуса алма һәм сливаны, шулай уҡ имән, ҡайын, тал, энәлек, сәтләүек ағастарын һәм башҡа япраҡлы ағас төрҙәренә зыян килтерә. Уларҙың килеп сығыуына ҡыштың йылы тороуы булышлыҡ итте, йомортҡа эсендә ҡышлаусы ҡарышлауыҡтар 35 градустан түбән температура булған осраҡта ғына һәләк була, - ти Гөлфиә.
Баҡһаң, был ҡортоҡос ағастар бөрөләнгән ваҡытта тәүҙә япраҡтарҙы селтәрләп ашай, һуңынан тотош юҡ итә. Бигерәк тә төндә әүҙемләшә. Ҡарышлауыҡтарҙың күпләп үрсегән осоронда емеш ағастарының үҫеше тотҡарлана, уңдырышлылығы һәм ҡышҡа сыҙамлылығы кәмей.
Баҡсала был ҡоротҡос күренде икән, нишләргә?
Халыҡ саралары:
1.Махсус ҡапҡандар ҡуйыу. Бының өсөн ныҡ оҙон булмаған таяҡтың башын киндер тоҡ йәки сепрәк киҫәге менән урайҙар һәм бушаҡ ҡына итеп бәйләп ҡуялар. Ҡоротҡостар йыш ҡына шунда үрмәләп менә. Көн һайын был бәйләмдәрҙе тикшерергә һәм ҡарышлауыҡтарҙы йыйып торорға һәм юҡ итергә кәрәк, быны бирсәткә кейеп башҡарыу мотлаҡ, сөнки улар аллергия тыуҙырырға мөмкин. Йәиһә туҡымаға вазелин һөртөп ҡуйһаң да ҡарышлауыҡтар унан сыға алмаясаҡ.
2.Ҡоротҡостарҙан ҡотолоу өсөн ҡоштарҙы йәлеп итәләр, сыйырсыҡ оялары, тағараҡтар эләләр.
Дүңгәләк ебәк күбәләгенә ҡаршы көслө еҫле үҫемлектәрҙең төнәтмәһен ҡулланырға була: әрем, сөйәл үләне, тәмәке, еҙтөймәне ҡайнар һыуҙа бешереп шул һыу менән һиптереп сығығыҙ. Тәмләткестәр, ағас көлө, аш һеркәһе (бер литр һыуға 200 мл), нишатыр спирты (бер литр һыуға 10 мл), һарымһаҡ төнәтмәһе (бер литр һыуға бер стакан иҙелгән һарымһаҡ) ярҙамында ла ҡаршы торорға мөмкин. Япраҡтарҙағы актив матдәләрҙе юғалтмаҫ өсөн, бөтә халыҡ ысулдарына ла кер һабынын ҡушырға кәрәк.
Ҡарышлауыҡтарҙың ҡорған аулы ояларын ҡул менән йыйып юҡ итергә, ә зарарланған ботаҡтарҙы ҡырҡып ташларға кәрәк.
Дүңгәләк ебәк күбәләгенә ҡаршы көрәштә химик инсектицидтар яҡшы һөҙөмтә бирә. Ләкин уларҙы ҙур күләмдә зарарланыуҙар булған саҡта ғына ҡулланырға кәңәш ителә, сөнки ағыулы препараттарҙың файҙалы бөжәктәрҙе лә юҡ итеүе ихтимал. Емеш культураларын биологик (Лепидоцид, Битоксибациллин, Фитоверм) йәки химик (Кинмикс, Инта-Вир һәм башҡалар) препараттар ярҙамында эшкәртергә мөмкин.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: