Табиптар өйҙәге аптечкала һаҡланған дарыуҙарҙы ҡулланғанда һаҡ булырға кәңәш итә. Бындай препараттар биш төркөмгә бүленә.
Исемлектә беренсе урынды антацидтар йәки үҙәк көйгәндә ашай торған дарыуҙар биләй. Уларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә остеопороз сиренең киҫкенләшеүе ихтимал.
Ауыртыу-һыҙланыуҙы баҫа торған препараттар ҙа (икенсе төркөм) сәләмәтлеккә зыян килтерә икән. Уларҙың байтаҡ кире эҙемтәһе күҙәтелә. Был дарыуҙар ашҡаҙанда һәм эсәктәрҙә сей яра барлыҡҡа килтереүе бар. Ябай анальгиндың да зыяны бар. Был препарат иммун системаһына зыян килтерә.
Тағы ла бер хәүефле төркөм – ҡан баҫымын көйләй торған препараттар. Уларҙы күпләп ашағандарҙың инсульт кисереүе ихтимал. Исемлектә дүртенсе баҫҡыста – аспирин. Гипертензиянан яфаланғандарға уны ҡулланырға ярамай. Һәм, ниһайәт, бишенсе төркөмгә витаминдар ҡарай икән. Күптәр уларҙы үҙ белдеге менән ҡуллана. Шул уҡ ваҡытта организм өсөн кире эҙемтәләре булмаһын тиһәгеҙ, ябай витаминды ла табип менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ашағыҙ.