Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Июнь 2020, 17:30

ҺЫУҺЫНҒА ФАЙҘАЛЫ ЭСЕМЛЕК

.

Бер литр һыу, 300 – 400 гр. петрушка, тәменсә лимон һуты, шәкәр йә бал кәрәк буласаҡ.
Петрушканы ваҡ ҡына итеп турағас әҙерәк һыу ҡушып блендерҙан үткәреп алырға. Ваҡланмай ҡалғанын һөҙөп алғас, һыу, лимон һуты, шәкәр йә бал ҡушып болғатырға.
Тиҙ генә әҙерләнгән, әммә файҙалы был эсемлекте һыуытҡыста ике көндән артыҡ тотмаҫҡа кәңәш ителә.

Разинә Зайнетдинова

Читайте нас: