Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Июнь 2020, 10:49

Тамырҙарҙы нығыта, ҡан баҫымын төшөрә

Барлыҡ ҡыуаҡтарҙан да алдан емеш бирә башлай ул. Ике-өс сантиметр ҙурлыҡтағы ҡуйы зәңгәр оҙонса еләктәрҙән июнь башында уҡ ауыҙ итергә мөмкин.

Барлыҡ ҡыуаҡтарҙан да алдан емеш бирә башлай ул. Ике-өс сантиметр ҙурлыҡтағы ҡуйы зәңгәр оҙонса еләктәрҙән июнь башында уҡ ауыҙ итергә мөмкин. Үҙе әскелтем, үҙе татлы был еләк – айыу баланы.

Уның еләктәре ҡан тамырҙарын нығыта, артериаль баҫымды төшөрә. Шулай булғас, гипертониктарға һәм өлкән йәштәгеләргә файҙаһы ҙур. Стрестарға бирешмәҫкә, нервыларҙы тынысландырырға ярҙам итеүсе магний буйынса иһә уны чемпион тип һанарға була. Өҫтәүенә унда калий (йөрәккә, ҡан тамырҙарына бик кәрәк), йод (ҡалҡан биҙе ауырыуҙарынан һаҡлай) һәм цинк (аш ҡайнатыуҙы яҡшырта, яраларҙы тиҙ төҙәтә) шаҡтай күп. Органик кислоталарға һәм пектинға бай булғанға, был еләк елһенеүгә һәм склерозға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә.

Составындағы С витамины лимондыҡынан кәм түгел: 100 грамы организмдың аскорбин кислотаһына тәүлек ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә ала. Был еләктә Р витамины ла бар, ә уныһы аскорбин кислотаһының үҙләштерелеүенә ярҙам итә. Тимәк, был еләкте яратыусыларға вируслы инфекциялар, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары янамай, тән тиреһе таҙа, йыйырсыҡтары аҙ була.

Ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, һары еләк бирә торған сорттары ағыулы. Еләктәре зәңгәр төҫтә булған сортты ғына ашарға ярай. Тәүлек нормаһы: оло кешегә – 100 грамм (ярты стакан), 5 йәштән уҙған балаға – 50 грамм (сирек стакан).

Ул халыҡ медицинаһында элек-электән ҡулланылған. Уны оҙаҡ ауырыуҙан хәлһеҙләнгән, аш һеңдереү системаһы насар эшләгән кешеләргә ашарға кәңәш иткәндәр. Составында тәбиғи антибиотиктар тип һаналыусы фитонцидтар булғанға, елһенеүгә ҡаршы, әйтәйек, ангинаны дауалағанда ҡулланырға мөмкин.

Фото:100let.info
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: