Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Июнь 2020, 17:38

ҮЛӘНДӘР ШИФАЛЫ. БЕЛЕП ҠУЛЛАНҺАҢ

.

Үләндәр менән дауаланыуҙың тарихи дәүере кешелек тарихына бәрәбәр булып, быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Әлеге мәлдә фитотерапияның әһәмиәте ифрат мөһим һәм уның менән ҡыҙыҡһыныу арта бара. Дарыу үләндәрен дөрөҫ итеп билдәләү генә түгел, йыя белергә лә кәрәк.
Автомагистраль, сәнәғәт предприятиелары, көтөүлектәрҙә үҫкән, төрлө сирҙәр, ҡоротҡостар менән зарарланған үләндәрҙе йыйырға ярамай. Вех (цикута), болиголов (монар көпшәһе), ҡарға күҙе, чемерица, тилебәрән үтә ағыулылар, уларҙан һаҡ булырға кәрәк. Башҡортостандың үҫемлектәр донъяһы бик бай, составы буйынса уникаль. Тыуған ерлектә үҫкән дарыу үләндәре генә барлыҡ сир-сырхауҙарға шифалы булып торалыр. Эҙләп йыраҡ бараһы түгел, улар беҙҙең эргәбеҙҙә генә, аяҡ аҫтында тип әйтерлек. Иң ныҡ билдәле дарыу үләндәре, әлбиттә, һары һәм зәңгәр мәтрүшкә.
Һары мәтрүшкә бик борондан билдәле. Составында дуплаусы матдәләр, эфир майҙары, биологик актив матдәләр, буяусы матдә гиперицин, витаминдар, флавоноидтар бар. Һары мәтрүшкәнең төнәтмәһе бөйөр, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарына ҡаршы, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу өсөн файҙаланыла. Гиперицин дофамин кимәлен арттыра. Психикаға яҡшы тәьҫир итә, депрессиянан ярҙам итә. Был үләнде халыҡта 99 сирҙән дауа тиҙәр. Һары мәтрүшкәнең төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай. Ул шулай уҡ тиренең ультрафиолетҡа һиҙгерлеген арттыра, шуның өсөн һары мәтрүшкә сәйен эсеп, ҡояшта ҡыҙынырға ярамай. Тән температураһы, ҡан баҫымы юғары булғанда ла төнәтмәне эсмәй торорға кәңәш ителә. Дарыуҙар эскәндә, ағзалар трансплантацияһы кисергәндә ҡулланырға ярамай.
Һары мәтрүшкә үҫкән яланда көтөү көтмәҫкә, сабылған бесән араһында табылһа, алып ташларға кәрәк. Аҡһыл төҫтәге малдарҙың (Симменталь тоҡомло) ағыуланыуы күҙәтелә. Һары мәтрүшкә ашаған малдың температураһы күтәрелә, тире, танау, күҙ, ауыҙ эргәләре шешенә, ҡысына. Шешенгән урындарҙа йәрәхәттәр һәм некроздар барлыҡҡа килмәһен өсөн малдарҙы тиҙерәк ышыҡҡа, күләгә урынға индерергә, таҙа һыу бирергә кәрәк. Һары мәтрүшкәне (зверобой продырявленный) йыйғанда иғтибарлы булырға кәрәк, япраҡтарын ҡояшҡа йүнәлткәндә, тишектәр (перфорациялар) күренергә тейеш. Һары мәтрүшкәнең ошо төрө иң файҙалыһы иҫәпләнә.
Зәңгәр мәтрүшкә (душица обыкновенная) – тәбиғи антибиотик, составында карвакрол, аскорбин кислотаһы, дуп-лаусы матдәләр, эфир майҙары күп. Ул ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуын арттыра, температураны төшөрөүҙә, йүтәлләгәндә ярҙам итә, артыҡ холестеринды ҡыуа һәм башҡалар.
Ҡурай еләге япраҡтары составында С, Е, К витаминдары, фолий кислотаһы, органик кислоталар, салицилат бар. Япраҡтарының төнәтмәһе температураны төшөрә, организмды токсиндарҙан таҙарта. Шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә лә ярҙам итә. Астма һәм подагра менән яфаланғандарға һаҡ булырға кәрәк.
Кесерткән (крапива двудомная) сос-тавында аҡһымдар, С витамины, глюкоза, тимер, калий күп. Кесерткәнде авитаминоз, анемия, диабет, ревматизм, сәстәр ҡойолғанда файҙаланыу яҡшы. Варикоз менән яфаланғанда, һаҡ булырға кәрәк. Был осраҡта тик киптерелгән кесерткәнде генә файҙаланырға мөмкин. Аллохол препаратының составында ла кесерткән бар.
Бәпембә үләне бик файҙалы – матдәләр алмашыныуын яҡшырта, атеросклероз, анемия, һары ауырыуы, подагра менән сирләгәндә килешә. Бәпембәнең составында А, В1, В2 витаминдары, рутин, фитонцидтар, органик ыҫмалалар бар. Көҙөн уның тамырҙарында 40 процентҡа яҡын инулин йыйыла.
Кемгәлер килешкән дарыу үләндәре икенсе кешелә аллергия булдырырға мөмкин. Шуға ла үләндәрҙе үҙ белдегең менән түгел, ә табип менән кәңәшләшеп, файҙаланырға кәрәк. Ҡаш төҙәтәм, тип, күҙ сығарып ҡуймайыҡ.
Лиза ХӘЙРЕТДИНОВА,
“Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәге” төбәк филиалы Ауырғазы район-ара бүлегенең баш агрономы.

Зифа Гайсина

Читайте нас: