Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Июнь 2020, 00:24

Сәй содаһы ярҙамға әҙер

Кәбеҫтә үҫентеләрен аҡ күбәләктәр һырып та алдымы? Йәшелсә беттәре ыҙалатамы? Ни эшләргә?

Баҡсасылар кәбеҫтә үҫентеләрен ергә сығарып ултыртып та өлгөрмәне, уларҙы аҡ күбәләктәр һырып та алды. Был осраҡта ни эшләргә?
Һеҙгә тағы ла сәй содаһы ярҙамға киләсәк - уны кәбеҫтәләргә зыян килтергән аҡ күбәләк яратмай. Ошо ҡоротҡостар күренә башлау менән йәшеләсәгә тәүҙә һыу, унан өҫтөнә сәй содаһы һибергә кәрәк.
Сода япраҡтарға йәбешеп ҡалырға тейеш. Уның кәбеҫтәгә зыяны юҡ, ә ҡорттарҙы бөтөрә.
Әйткәндәй, йәшелсә бетенән дә шулай ҡотолорға мөмкин. Ун литр һыуға дүрт аш ҡалағы сәй содаһы һалынған иретмәне кис йәшелсәгә һибергә кәрәк. Был эште 3-4 көндән йәнә ҡабатларға.
Баҡса уңышығыҙ мул булһын!
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: