Дегәнәк — шифалы үҫемлектәрҙең береһе. Уның үҙенсәлектәрен барлап, халыҡтың дауа аяҡ аҫтында ғына тиеүенә йәнә бер инанаһың.
Дегәнәктең тамыры ла, япрағы ла, орлоғо ла ифрат файҙалы. Тамырын май йәки сентябрҙә йыялар. Туҡыманан тегелгән тоҡсайҙа уны биш йыл һаҡларға мөмкин. Япраҡтарын ғәҙәттәгесә киптерәләр һәм бер йыл һаҡларға була.
Дегәнәк япраҡтарының һуты ҡанды яҡшы таҙарта. Бигерәк тә фурункулездан, һытҡы сабыртмаларынан ҡотолоуҙа яҡшы сара. Аллергияға ҡаршы үҙенсәлеге булыуы менән айырыуса ҡиммәтле. Шулай уҡ тирене һәйбәтләүгә, инсулин бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, һыу һәм тоҙ алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай. Тамырының төнәтмәһен сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында һәр кем эсә ала, сөнки ул һауыҡтырыу үҙенсәлегенә эйә.
Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Йәшел, матур япраҡтарын йыйып, һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ваҡытығыҙ булмайынса, берәр сәғәт артып китһә лә, ташламағыҙ. Йә ит тартҡыстан, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Күп итеп тултырмайбыҙ. Әҙләп һалып сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс юҡ, ҡул менән һығабыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсергә мөмкин. Кемдер эсеп ҡарар ҙа ташлар. Тәмле ашарға өйрәнгән организм ҡаршы килә башлар, әсене ҡабул итмәҫ. Шулай ҙа файҙаланыуҙы туҡтатмағыҙ.
Уның файҙаһын эскән көндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан застой китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Организм көс йыя, сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины күп. Йәй буйы эсеп, көҙ тәнегеҙҙән, ағзаларығыҙҙан бер сир ҙә тапмаһалар, дегәнәккә барып баш эйергә, рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенеүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр.
Дегәнәктең япрағын шулай уҡ сәс ҡойолғанда ла ҡулланырға кәңәш ителә. Баҡсаңда дегәнәк үҫә икән, йолҡоп ташларға ашыҡма, эйелеп өҙөп, файҙалан ғына.