Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Май 2020, 13:27

Ҡайын япрағының иң шифалы мәле

*

Ҡайын япрағының шифаһын халыҡ борон-борондан белгән һәм киң ҡулланған. Уны ағас япраҡ ярған мәлдә – май аҙағында, июнь башында йыйырға кәңәш итәләр.
Ҡайын япрағы – бик яҡшы антисептик, шулай уҡ ул елһенеүгә ҡаршы тороу, һейҙек ҡыуыу, шешенеүҙе бөтөрөү, организмдан шлактарҙы сығарыу һәләтенә эйә. Сама белеп эскәндә төнәтмәнең кире эҙемтәләре юҡ.
Йәш япраҡтан әҙерләнгән төнәтмә эсәктәге ҡорттарҙан (лямблиоз) арынырға ярҙам итә. Бының өсөн 10-15 бөртөк япраҡты эҫерәк һыуҙа сайып, стаканға һалығыҙ һәм өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Өҫтөн ябып, ярты сәғәт самаһы ултыртып тороғоҙ. Ашауҙан ярты сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр бер ай дауамында эсергә.
Ҡайын япрағы төнәтмәһе шулай уҡ бөйөр, бауыр сирҙәренән, тире ауырыуҙарынан шифалы, ҡан баҫымын көйләй, кешегә көс, дәрт өҫтәй. Мәлендә йыйып, еләҫ урында дөрөҫ киптерһәгеҙ, йыл буйына рәхәтләнеп ҡуллана аласаҡһығыҙ. Бер аш ҡалағы кипкән япраҡҡа бер стакан һыу ҡушып ҡайнатып сығарығыҙ һәм бер сәғәт йылы урында төнәтегеҙ. Ашар алдынан ярты стакан эсергә тәҡдим ителә.
Ыуыҙ ғына шифалы япраҡтар косметологияла ла киң ҡулланыла. Уларҙан иҙмә эшләп, саҡ ҡына крем ҡушып, битегеҙгә маска эшләһәгеҙ йәки япраҡ бешекләнгән һыу менән йыуһағыҙ, тирегеҙ сафланып, йомшарып китер. Сәләмәт булығыҙ!
Фото: wallpaperscraft.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: