Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Май 2020, 18:54

Ураҙа һабаҡтары

*

Әл-хәмдү лил-ләһ, 23 апрель ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Изге ай мөбәрәк булһын, барыбыҙға ла Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә яҙһын, иншаллаһ!

“Иман” махсус битенең үткән сығарылышында Рамаҙан айына бәйле ҡағиҙәләр тураһында бәйән иткәйнек. Ошо һабаҡты дауам итеп, ураҙаның шарттарын хәтергә төшөрәйек.

1. Сәхәр мәлен иртәнге на­маҙға аҙан әйтелгәнгә тиклем дауам итергә кәңәш ителә, йәғни ашауҙы мөмкин тиклем аҙаҡҡа ҡалдырырға кәрәк. “Сәхәрҙе ҡалдырмағыҙ, унда һеҙҙең өсөн бәрәкәт бар”, – тигән пәйғәм­бә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

2. Ифтар ҡылыуҙы (ауыҙ асыуҙы) иһә ашыҡтырырға кә­рәк. Был хаҡта ла Пәйғәмбәре­беҙҙең хәҙистәрендә әйтелә. “Әҙәм балалары ифтар ҡылырға ашыҡһа, бәрәкәттә булыр”, – тиелә унда. Йәнә шундай кәңәш бирелә: “Пәйғәмбәребеҙ аҡшам намаҙы алдынан финик емеш­тәре менән ифтар ҡылыр ине. Улар булмаһа – бер нисә йотом һыу менән”.

3. Ураҙа тотҡан кеше ғәйбәт һөйләү, әшәке һүҙҙәр ҡулланыу, алдашыу кеүек барлыҡ килеш­мәгән эштәрҙән йыраҡ булырға тейеш, юғиһә уға әлеге ғәмәле өсөн сауап булмаясаҡ. “Кем Рамаҙанда алдаҡ һүҙ һөйләүҙән, ҡырын эштәрҙән туҡтамай, Аллаһҡа уның ашап-эсеүҙән баш тартыуы кәрәк түгел”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Икенсе бер хәҙистә: “Шулай ҙа булыуы ихтимал: ураҙа тотҡан кеше ас йөрөүҙән башҡа бер нәмәгә лә өлгәшмәҫ”, – тиелә. Шул уҡ ваҡытта ураҙаны күрәләтә ҡалдырыу – бихисап тапҡырға ауырыраҡ гонаһ.

4. Рамаҙан айында телеви­зорҙан “күңелле” шоуҙар ҡарау, дингә ҡағылышы булмаған кисәләрҙә ҡатнашыу, сәбәпһеҙгә урам ҡыҙырыу, бер нәмә эш­ләмәй көндәр буйы йоҡлап ятыу тыйыла.

5. Бер кемгә лә үҙегеҙҙән көлөүгә, һеҙҙе кирегә ҡотортоуға мөмкинлек бирмәгеҙ. “Кемдер уға һөжүм итһә йә мыҫҡыллап маташһа, ул: “Мин – ураҙала!” – тип әйтһен”, – тигән Пәйғәм­бәребеҙ. Бының маҡсаты – һәр кемгә изге ай тураһында иҫләтеү, иҫкәртеү. Ғөмүмән, үҙ-үҙеңде ҡулда тотоу, тыныс булыу – барлыҡ әҙәм заттары өсөн бик мөһим, күркәм сифат.

6. Сәхәрҙә һәм ифтарҙа бик күп ашауҙан һаҡланырға кәрәк. “Әҙәм балаһы үҙ ҡарынынан да яманыраҡ һауыт тултырмай”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Аҡыллы кеше ашау өсөн йәшәмәй, ә йәшәү өсөн ашай. Әммә ҡайһы берәүҙәр Рамаҙан айы дауамында аҙыҡ бешереүҙә бөтөн сиктәрҙе уҙғарып ебәрә. Хатта был эште сәнғәткә әйләндереп ебәрәләр. Өҙлөкһөҙ аҙыҡ әҙерләгән хужа­бикәләрҙең Аллаһ Тәғәләне иҫкә алыуға ла ваҡыты ҡалмауы ихтимал. Бүтән айҙар менән сағыш­тырғанда, ризыҡҡа күберәк аҡса сарыф итеү ҙә күҙәтелә. Һөҙөмтәлә ураҙаның ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, һимереү осорона әүерелеүе бар. Ошондай хатаға юл ҡуймау зарур.

7. Йомартлыҡ күрһәтегеҙ: башҡаларға белем таратығыҙ, аҡсалата ярҙам итегеҙ, биләгән вазифағыҙҙан йә физик көсө­гөҙҙән бүтәндәргә мөмкин тиклем файҙа килтерегеҙ, кешеләр менән аралашҡанда әҙәпле, иғтибарлы булығыҙ. Был йәһәттән иң ҙур өлгө – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Аллаһ рәсүле кешеләр араһында иң йомарты булды, бигерәк тә Рамаҙан айында” тиелә хаҡ хәҙистәрҙә.

8. Ураҙа тотоу менән мохтаж кешене ашатыуҙы бергә ҡушыу – Йәннәткә лайыҡ булыуҙың ышаныслы сараларының береһе. Пәйғәмбәребеҙ шулай уҡ: “Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылыр­лыҡ аҙыҡ биргән, ул ошо ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел”, – тигән.

“Ураҙаға ҡағылышлы
70 төп ҡағиҙә” китабынан.
Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне
Читайте нас: