Бөтә яңылыҡтар

Йәшелсәгә әсетке һәм тоҙ ни өсөн кәрәк?

*

Баҡсасылар өсөн иң мәшәҡәтле осор башланды. Ағастар киҫелде, түтәлдәр яһалды, тәүге орлоҡтар ергә һалынды. Кәйефте күтәреп, тәүге ләлә, нәркәс сәскәләре баш ҡалҡыта, көн һайын тиерлек йәшел һуған, ҡуҙғалаҡ күренә. Шулай ҙа мул уңыш алыу өсөн тәжрибәле баҡсасыларҙың бер нисә кәңәшенә ҡолаҡ һалыу ҙа зыян итмәҫ.
* Бөтә йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спиртын файҙаланығыҙ (10 литрға - 2 аш ҡалағы).
* Йәшелсәләр әсеткене лә үҙ итә. Уның 100 грамын (магазиндан һатып алынған) 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләрегеҙ гөрләп үҫер.
* Сөгөлдөр татлы булһын өсөн, ул үҫеп сыҡҡас һәм һирәкләтелгәс, аш тоҙо иретмәһен һибергә (10 литр һыуға - бер стакан). Был алым шулай уҡ кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә файҙалы.
* Помидорҙы фитофторозанан һаҡлау өсөн һөткә бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк. Йәй буйына бер нисә тапҡыр ҡабатлау яҡшы (1 литр һөткә - бер тамсы йод).
* Иртә яҙҙан еләктәргә - марганцовка, сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибергә кәңәш ителә (10 литр һыуға - 10 тамсы).
Өҫтәүенә йәшелсәләрҙе даими ашлап, тәрбиәләп торғанда ғына мул уңыш алырға мөмкин. Иң мөһиме - бар эштәрҙе лә күңел биреп башҡарығыҙ. Шул сағында йәшелсәләрегеҙ мул уңыштары менән ҡыуандырыр.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: