Бөтә яңылыҡтар

Тупырлашып ятһын еләктәрең

Баҡсасыларҙың был кәңәшенән һуң еләктәрегеҙҙе йыйып та өлгөрә алмаҫһығыҙ!

Был көндәрҙә уңған баҡсасылар киләһе уңыш өсөн бар тырышлығын һала. Ағастарҙы тәрбиәләү, еләктәрҙе күсереп ултыртыу, түтәлдәр эшләү, тәүге орлоҡтар сәсеү. Шулай ҙа иң беренсе нәүбәттә улар мыйыҡ ебәргән, төрлө яҡҡа таралған баҡса еләктәрен күсереп ултыртырға, йә иһә уларҙы тәрбиәләргә тырыша. Ниндәй хужабикә баҡсанан ғына күҙҙең яуын алыр эре ҡып-ҡыҙыл еләк йыйып алғыһы килмәһен! Бының өсөн түбәндәге кәңәшебеҙгә ҡолаҡ һалыу ҙа етә. Баҡсасыларҙың был кәңәшенән һуң еләктәрегеҙҙе йыйып та өлгөрә алмаҫһығыҙ!

Бының өсөн:
- 1 стакан иләнгән көл,
- 2 гр. марганцовка,
- 2 гр. бор кислотаһы (порошок),
- 1 аш ҡалағы йод

Әҙерләү:
1. Көлгә 2 лирт ҡайнаған һыу ҡойоп, һыуынғанын көтөргә.
2. 10 литр һыуға һөҙөп ҡойорға.
3. Марганцoвка, бор кислотаһы һәм йодты өҫтәргә.
4. Япраҡтары һыуланғансы һибергә.

Был микро һәм макроэлeменттар менән байытыу ғына түгел, ә зыянлаусылар менән көрәшеү сараһы ла! Быны йылына ике мәртәбә, еләк сәскә атмаҫ элек һәм көҙөн, еләктәрен йыйып алғас эшләргә кәрәк.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова

Читайте нас: