Быйыл Белорет районы һәм ҡалаһында айыуҙар әүҙемләшкән. Бер нисә аҙна элек тайыштабанды ҡаланың Нижнее селение биҫтәһе эргәһендә йөрөгәнен күрһәләр, элекке көн Морат тау саңғыһы үҙәге яғында тап иткәндәр, ә өс көн элек иһә ул “Урманҡай” баҡса ширҡәтендә (“Царское село” тип тә атайҙар) йөрөгән.
Бер ҡатын 4 сентябрҙә баҡса участкаһында бер нисә көн ҡырағай хайуан йөрөүе тураһында хакимиәткә хәбәр иткән. Айыу баҡса кәртәһен йыҡҡан, еләктәрҙе һәм алманы ашаған, ағасты һындырған, торбаларҙы аҡтарған.
Сентябрҙә Үҙәнбаш ауылында ауыл малдарына һөжүм иткән айыуҙы алғандар. Мәғлүм булыуынса, ҡырағай хайуандар урманда ашау өсөн аҙыҡ тапмай башлаһа йәки үрсеп китһә, кеше йәшәгән урындарға яҡын килә башлай. 1 августан 31 декабргә тиклем һунар миҙгеле асыҡ. Айыуға барыу өсөн лицензия кәрәк. Былтыр бер лицензия хаҡы 48 мең һум булһа, быйыл 60 мең һум тора. Быйыл уны бары ике кеше һатып алған. Дөйөм алғанда, Белорет районында ун кешенең айыу алыуға рөхсәте бар.
Хәл киҫкен тороуға бәйле, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына сығып, инцидентты теркәгән. Айыуҙар һанын көйләү рәсми рөхсәт ителгән, уға ярашлы тәжрибәле һунарсыларға лицензияларҙы япмайынса айыу ауларға рөхсәт биргәндәр. 6 сентябрҙән, өс көн дауамында, һунарсыларға айырым биләмәләрҙә етди күҙәтеү аҫтында айыу аулау рөхсәт ителгән.
Айыуҙы ауыл эргәһендә күрһәгеҙ, “112” телефоны буйынса хәбәр итегеҙ. Бындай осраҡта урманға йөрөү хәүефле булыуын да онотмағыҙ. Айыу кешенән алыҫ булырға тырыша, әммә урманда ул хужа.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/beloradm
Автор:Рәмилә Мусина.
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2022-10-08/ayyu-ala-a-kilg-n-2982000