Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Александр Макаров сүп-сарҙан, атап әйткәндә полиэтилен моҡсайҙарҙан, пластик һауыттарҙан, йәшниктәрҙән аҡса эшләй. Нисекме? Бик ябай ғына. Ҡалдыҡтарҙы йыялар, йә һатып алалар һәм уны эшкәртәләр. Һөҙөмтәлә, тротуар плитәләре, ҡоҙоҡ өсөн люктар эшләнә. Александр Макаров был эш менән 10-сы йыл шөғөлләнә. Эшҡыуарҙың был кәсебе уның үҙе өсөн генә түгел, тәбиғәт өсөн дә, беҙҙең өсөн дә файҙалы. Афарин!