Яҙ етеү менән бөтә донъя - йәнлектәр ҙә, үҫемлектәр ҙә уяна башлай. Ниһайәт, айыуҙар ҙа ҡышҡы йоҡонан арынып, өңдәренән сыҡты. Өфөләге Урмансылар паркындағы вольерҙа ла айыуҙар уянған. Ә улар менән бергә... балалары.
Баҡһаң, улар быйыл ғинуар башында тыуған икән. Бер юлы өс инә айыу - Кнопка, Настя һәм Маша әсәй булған. Атайҙары иһә бер - Потап. Һәм бына яңыраҡ улар уянып сыҡҡан. Ошо көндәрҙә айыу балаларын журналистарға күрһәттеләр.
“Горзеленхоз” предприятиеһының урман хужалығы, төҙөкләндереү һәм урман парктары эштәре буйынса бүлеге етәксеһе Максим Щербаков һөйләүенсә, быйыл һауа торошоноң тотороҡло булмауы сәбәпле, йәнлектәр өңөнән бер айға һуңыраҡ сыҡҡан.
"Һөҙөмтәлә айыу балаларына өс ай тулып китте. Уларҙы беҙҙең вольер хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләй. Өңдәренән сығыу менән айыу балаларын инәләренән айырырға тура килде, сөнки бер аҙнанан һуң инәләре уларҙы кешегә ҡаршы көйләй башлар ине. Агрессия, рефлекстар барлыҡҡа килер ине. Инә айыуҙар әле үҙҙәрен тынысһыҙ һәм шомло тота. Балаларын уларға кире бирмәйәсәктәр", - тигән Максим Щербаков “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһенә.
Әлеге ваҡытта айыу балалары хеҙмәткәрҙәр менән бик дуҫ. Уларҙы йылытылған айырым бинаға урынлаштырғандар. Ике сәғәт һайын йылы һыйыр һөтө бирәләр. Уға әҙерәк шәкәр ҙә ҡушалар. Белгестәр айыу балаларын кешенеке кеүек итеп ҡарай, көндөҙ ҙә, төнөн дә ашатып торалар. Бәләкәстәр бер туҡланғанда ярты-бер литр һөттө эсеп бөтә икән.
Хәбәрселәр айыу балалары янында булған, хатта уларҙы тотоп ҡарау мөмкинлеге бирелгән. Береһе ырылдап, холҡон күрһәтеп маташһа, икәүһе ят кешеләрҙе шунда уҡ үҙ иткән, уйнаған.
Әйткәндәй, был айыуҙарҙың яҙмышы хәл ителгән. Уларҙы бөгөндән циркка йәки зоопаркка бирергә була.
“Беҙҙә биш инә һәм бер ата айыу бар. Ә бәләкәстәрҙе хәҙерҙән цирк йәки зоопаркка бирергә әҙерҙәр. Ҡағиҙә булараҡ, улар бер ай самаһы беҙҙә була, шунан һуң оҙатыла. Ни тиклем тиҙерәк айырһаң, шул тиклем яҡшыраҡ”, - ти Максим Щербаков.
Бәләкәй айыуҙарға ныҡлап өйрәнмәҫ өсөн, уларға ҡушамат та бирмәйҙәр икән. Был бурыс йәнлектәрҙең буласаҡ хужаларына ҡала.