Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
4 Апрель 2021, 09:53

“Еңеү урманы” шаулаясаҡ әле

Белеүебеҙсә, 2019 йылдың яҙында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән яңы проект ғәмәлгә ашырыла башлағайны.

Белеүебеҙсә, 2019 йылдың яҙында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән “Еңеү урманы” тип аталған проект ғәмәлгә ашырыла башлағайны.
Былтыр был изге башланғыс Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Акцияла ҡатнашыусылар 19 һәм 26 сентябрҙә күпләп ағас ултыртты. Һөҙөмтәлә яңы аллеяларға нигеҙ һалынды, уларға һуғыш геройҙары хаҡында яҡты хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында Ватан һаҡсыларының исемдәре бирелде. 2020 йылда акцияла 55818 кеше ҡатнашты, ауыл һәм ҡалаларҙа – 255453 ағас, урманда 610000 йәш үҫенте, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хөрмәтенә 1886 исемле ағас ултыртылды, аллеялар, скверҙар булдырылды.
Матур башланғыс быйыл да дауам итәсәк, ошо көндәрҙә “Еңеү урманы” проектының төп бурыстары билдәләнде. Быйылғы акция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнала. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы ошо маҡсатта 65 участка әҙерләй, 251 гектарҙа бер миллиондан ашыу үҫенте ултыртыу планлаштарыла.
“Еңеү урманы” кеүек проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә лә булышлыҡ итә.
Фото: iglvesti.rbsmi.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: