Өфө ҡалаһы үҙәгендәге “Уралсиб” банкы ҡыйығына ыласындар (сапсан) ғаиләһе әйләнеп ҡайтҡан. Был һирәк осрай торған ҡоштар 16 йыл инде ошо ҡыйыҡта ҡошсоҡтарын сығара, ә банк 2019 йылдан алып тәүлек әйләнәһенә уларҙың тормошонан онлайн-тапшырыу алып бара. Сапсан — ҡарға ҙурлығындағы ыласындар ғаиләһендәге йылғыр йыртҡыс ҡош.
16 мартта хәүефһеҙлек хеҙмәте камералары биләмәлә хужалыҡ итә башлаған, төрлө урындарға табыштарын таратып һалған ата ыласынды төшөргән. Орнитологтарҙың әйтеүенсә, шул рәүешле ҡоштар көндәштәренә үҙҙәренең бында хужа булыуына ишаралай. Былтыр март айында камераға ике ата ыласындың һуғышыуы эләккән . Эксперттар быға ғәжәпләнмәй, Өфөлә кәм тигәндә һигеҙ пар сапсан оялай. Илдең бер ҡалаһында ла был хәтлем ҡоштоң оялағаны юҡ. Иҫкәрмә: Мәскәүҙә ыласындарҙы питомниктарҙы үрсетәләр һәм климатҡа яраҡлашырға ярҙам итәләр.
Орнитолог Эльза Ғәббәсова әйтеүенсә, сапсандар оя үрмәй, улар бында ҡошсоҡтарын сығарырға килә. “ Банк бейеклеге улар өсөн бик уңайлы, йылға яҡын, бина бар яҡтан да ҡулайлы,” ти ул. Өҫтәүенә банк хеҙмәткәрҙәре “клиенттары” өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра, ҡыйыҡ торошон тикшереп тора. Ыласындар ғаиләһе йыл да 25 ҡат юғарылығындағы ҡом һәм ҡырсын түшәлгән техник ҡыйыҡҡа әйләнеп ҡайта, ә банк уларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләй.