Республикабыҙҙа “Башҡортостан шишмәләре” тип аталған пилот проекты ғәмәлгә ашырыла.
Акцияның төп маҡсаты – шишмәләргә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, быға тиклем билдәле сығанаҡтарҙы һаҡлау менән бер рәттән билдәле булмағандарын асыҡлау, тергеҙеү, уларға яңы һулыш биреү. Был сара, һис шикһеҙ, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Проекттың координаторы, Башҡортостан Йәштәр Хөкүмәтенең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Рөстәм Сәйфетдинов, төбәк халҡы матур башланғысҡа әүҙем ҡушылыр, тип ышана.
"Республикабыҙ тәбиғи сығанаҡтарға бай, ә шишмә һыуы халыҡта элек-электән ҙур ихтыяж менән файҙаланыла, сөнки химик һәм биологик составы яғынан ул бик бай була, - тип билдәләй ул. – “Башҡортостан шишмәләре” проектына ярашлы бик күп урындарҙа шишмәләр төҙөкләндерелер, тәбиғәтте яратҡан һәр кем акцияға үҙ өлөшөн индерергә тырышыр тип ышанам".
Проектта ҡатнашыу өсөн 20 мартҡа тиклем шишмәне төҙөкләндереү өсөн ғариза ҡалдырырға, фотолар ҡуйырға һәм һыуҙың анализын күрһәтергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Һөҙөмтәләр “Йәшел Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаһының сайтында һәм “Бәйләнештә”ге төркөмөндә урынлаштырыласаҡ.