Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
17 Март 2021, 17:11

Кәрәкмәгән пакеттарҙы ҡабул итәләр

/

Бөгөн, Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтары көнөндә, баш ҡала халҡы өсөн пластик материалдар ҡабул иткән махсус пункттар асыла. Өфөләрҙе экологик акцияла ҡатнашып, пакет тултырылған пакеттарҙы тапшырырға саҡыралар.
“Таҙа Өфө” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы етәксеһе Елена Воробьева әйтеүенсә, сара халыҡтың иғтибарын тәбиғәттең пластик тоҡсайҙар менән бысраныуы проблемаһына, экологиялыраҡ әйберҙәр ҡулланыуға йәлеп итеүгә, бындай тауарҙарҙы танытыуға йүнәлтелә. Пакеттарҙы көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-ға тиклем “Магнит” магазиндарында йыялар. Магазиндарҙың адресы: М. Жуков урамы, 30; Дағстан урамы, 2; Менделеев урамы, 137.
Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ”тың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы йыйылған пакеттарҙы эшкәртеүгә ебәрә. Әйткәндәй, сарала ҡатнашҡан кешеләргә лотерея билеттары таратыла – “Бөтә Өфө” телеканалының тура эфирында приз отоу мөмкинлеге бар.
Мәғлүм булыуынса, бындай акциялар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың комплекслы системаһын булдырыу”федераль программаһы маҡсаттарына тулыһынса тап килә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: eguide-investor.com
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/K-r-km-g-n-pakettar-i-abul-it-l-r-720443/
Читайте нас: