Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
4 Март 2021, 19:30

Айыуҙар йоҡонан уяна

*

Еребеҙгә яҙ килеүен тайыштабандар ҙа һиҙә, күрәһең. Иглин районы фермеры Сәғитйән Иҙиәтуллиндың ҡышҡы йоҡоға талған айыуҙарының береһе уянған. Был хаҡта фермер үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә видеояҙма урынлаштырған.
"Ҡыш буйы йоҡланың. Афарин! Ике ай ярым "ойоноң", - тигән яҙыу ҡалдырған һәм айыуҡайҙы "ҡупшыҡай" тип атаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фермер бәләгә тарыған тайыштабандарҙы үҙ тәрбиәһенә алғайны. Ирекмәндәр табып алған цирк айыуы Тишка ла уның ҡарамағында.
Фото һәм видео: Сәғитйән Иҙиәтуллиндың шәхси архивынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: