Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
4 Февраль 2021, 19:15

Дүрт браконьер тотолған

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙең эҙенә тиҙ төшә.

Учалы районының дүрт кешеһе законһыҙ рәүештә һунарсылыҡ иткәндәре өсөн шик аҫтына алынған – улар браконьерлыҡта ғәйепләнә.
Полиция һәм БР Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре Рәсүл ауылынан өс километр алыҫлыҡта мышы ҡалдыҡтарын табалар. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре браконьерҙарҙың эҙенә тиҙ төшә.
Тәүтикшереүҙәр асыҡлауынса, 38, 42, 51, 58 йәшлек дүрт ир шәхси автомобилдәрендә һунарға сыға. Урманда улар мышыны тап итә һәм табыштарын атып үлтереп, итен бүлешеп алалар, ә тиреһен йәшереп ҡуялар.
БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Дүрт мылтыҡ, өс еңел автомобиль, мышының тиреһе, ите тартып алынған. Тәбиғәткә килгән зыян 400 мең һум тип баһалана.
Фото: БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: