Белеүебеҙсә, Бөтә донъя ҡулланыусылар көнө 15 мартта билдәләнә. 2021 йылдағы үткәреләсәк был көндөң девизы – “Пластик материалдар менән бысратыуға ҡаршы көрәш! (“Tackling Plastic Pollution”). Был хаҡта күптән түгел Халыҡ-ара ҡулланыусылар ойошмаһы (CI) хәбәр итте.
Пластик менән бысратыуға ҡаршы көрәш – халыҡ-ара ҡарарҙарҙы талап иткән глобаль мәсьәлә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы ағзалары хәбәр итеүенсә, быйылғы тема тотош донъялағы ҡулланыусыларҙың тауарҙарҙы һатып алғанда экологик мәсьәләләрҙе лә күҙ уңында тотоуына, уларҙы алға этәреүенә, ҡабул итеүенә булышлыҡ итәсәк. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ни тиһәң дә, һәммәбеҙ ҙә тормошта ҡулланыусы ғына түгел, шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараусы, хәстәрлек күреүсе булырға тейешлегебеҙ хаҡында онотмау зарур.