Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
20 Ғинуар 2021, 13:17

Урал ИСКӘНДӘРОВ: “Талҡаҫ тәбиғәт паркы буласаҡ”

/

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров республиканың төп мәғлүмәт саралары хәбәрселәре өсөн ойошторолған брифинг барышында "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе Лилиә Нуретдинованың һорауына яуап биреп: “Талҡаҫ тәбиғәт паркы буласаҡ”, - тип белдерҙе.
Бының өсөн ғалимдар әлеге мәлдә алып барған фәнни эш тамамланды. Министрлыҡ белгестәре Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары проектын әҙерләй. Артабан әҙер проектты Рәсәйҙең Экология министрлығына ебәрергә кәрәк.
Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күленә тәбиғәт һәйкәле статусы биреү мәсьәләһе күптән иғтибар талап итә ине. "Урал аръяғындағы иң ҙур һәм тәрән күлдәрҙең береһе һаҡлауға, яҡлауға мохтаж икәнлеген быйылғы йәй ҙә күрһәтте: тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләгән туристар ағымы ҙур булды", - тип билдәләне министр.
Брифингта ҡатнашҡан журналистар тәбиғәт парктары буйынса һорауҙарҙы күп бирҙе. Былтыр, пандемия сәбәпле, уларға килгән туристар һаны башҡа йылдар менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан. Әлбиттә, был тәбиғәт парктарына ҙур көсөргәнеш төшөрҙө. Былтырғы хәл ҡабатланмаһын өсөн уларҙың инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса быйыл ентекле эш алып барыласаҡ, тип белдерҙе Урал Искәндәров.
Автор фотоһы.
Автор: Лилия Нуретдинова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Ural-ISK-ND-ROV--Tal-a-t-bi-t-parki-bulasa-639989/
Читайте нас: