Яңы йыл байрамы яҡынлашһа, күптәрҙә ижад ҡомары уяна, фантазияға ирек бирелә. Ауыл оҫталары яһаған боҙ һындарҙы, шыршыларҙы күреп, быйыл да ысын күңелдән һоҡландыҡ. Салауат районының Мөрсәлим ауылында эшҡыуар Владик Ямаевтың үҙ ҡулдары менән "үҫтергән” үҙенсәлекле шыршыһын күрмәгәнһегеҙҙер әле.
Автомобиль шиндарынан яһалған шыршы эшҡыуарҙың шиндар монтажлау участкаһына инеү юлын биҙәп тора. Һөнәре буйынса электрик Владик Ямаев Себер тарафтарында эшләгәндән һуң тыуған яҡтарына ҡайта, ә былтыр Мөрсәлимдә шиндарҙы монтажлау оҫтаханаһы һәм автомобиль деталдәре магазины аса.
Тәгәрмәстәрҙе өйөп яһалған байрам шыршыһы яңы оҫтаханаға ылыҡтырғыс реклама була, эшенә ижади күҙлектән ҡараған эшҡыуарға яҡташтары ҙур рәхмәт белдерә, тип яҙа "Салауат ерендә" гәзите.