Милли паркта һөйләүҙәренсә, мышылар тоҙ менән һыйланырға килгән. Был уларҙың мөгөҙҙәре үҫкән ваҡытта һәм инә мышыларҙың быуаҙлыҡ осоронда бик мөһим. «Фототоҙаҡ бер үк ваҡытта өс мышының тоҙға килгәнен төшөрөп алған. Мини-корпоратив булған. Ғәҙәттәгесә, ул һуғышыу менән тамамланған», — тип яҙған милли парк хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙә.