Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
11 Ноябрь 2020, 22:20

Медицина ҡалдыҡтарын гаражда һаҡлағандар

Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы ваҡиғаға бәйле тикшереү ойошторҙо.

Өфөлә йәмәғәтселәр торлаҡ биҫтәһендәге гаражда хәүефле медицина ҡалдыҡтары тупланғаны тураһында мөрәжәғәт иткәс, Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы тикшереү ойошторҙо.
Әлегә тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән йәмәғәтселәрҙең махсус кейемдәге кешеләр тарафынан ҡапсыҡҡа тултырылған медицина ҡалдыҡтарын йөк машинаһынан гаражға ташыуына шаһит булғаны хаҡында хәбәр иткәйнек. Был ҡалдыҡтар Максимовканың Чекмарев урамындағы торлаҡ биҫтәһендәге гаражға бушатылған.
Тикшереүҙән һуң прокуратура медицина ҡалдыҡтарын йыйған һәм ташыған ойошма, шулай уҡ уларҙы утилләштереүгә тапшырған медицина учреждениелары тарафынан санитария-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешенә баһа бирәсәк. Сараға компетентлы орган белгестәрен йәлеп итеү күҙаллана, ҡалдыҡтарҙы һаҡлау өсөн файҙаланған биналар тикшереләсәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, медицина ойошмалары конкурс нигеҙендә медицина ҡалдыҡтарын ташыуға, утилләштереүгә подряд ойошмалары менән килешеү төҙөй. Медицина учреждениеһы бындай эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: