Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Апрель 2023, 15:30

Гладиолустарҙы "уятырға" ваҡыт

Гладиолус һуғанбашы ҡышты һалҡынса урында сығырға тейеш. Уларҙы һыуытҡыста йә иһә баҙҙа һаҡларға була. Ултыртырға бер ай ҡалғас, һаҡланған урынынан алырға кәрәк. 

Гладиолустарҙы "уятырға" ваҡыт
Гладиолустарҙы "уятырға" ваҡыт

Һуғашбаштарҙы тышынан таҙартып, яҡшылап тикшерәләр. Сирләй башлаған урынын киҫеп, марганцовканың алһыу төҫтәге иретмәһендә йоғошһоҙландырырға кәрәк. 1 литр һыуға 2 грамм бор кислотаһы һәм 3 грамм баҡыр купоросы ҡушылған иретмәлә 10-12 сәғәт тоторға мөмкин. 

Һуңынан тупраҡ тултырылған һауытҡа таратып, шыттырырға ҡуйырға кәрәк. Яҡты, йылы урында торорға тейеш. Ҡайһы бер баҡсасылар һуғанбаштарҙы дымлы бысҡы онтағында тота. 14-20 көндән һуғанбаштар үрә, тамыр ебәрә башлағас, уларҙы баҡсаға күсерергә кәрәк. Шыттырып ултыртҡанда, улар тиҙерәк сәскә ата. 

Фото: bee-master.ru

Автор:
Читайте нас: