Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Апрель 2023, 15:27

Бәшмәк өсөн иректән мәхрүм ителеүең бар

Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлек һәм бәшмәктәрҙе йыйған өсөн 9 йылға тиклем иректән мәхрүм итәсәктәр. Енәйәт яуаплылығына һаҡһыҙлыҡ арҡаһында түгел, ә уйланылып енәйәт ҡылған өсөн йәлеп ителә. 

Бәшмәк өсөн иректән мәхрүм ителеүең бар
Бәшмәк өсөн иректән мәхрүм ителеүең бар

- Дәүләт Думаһы өсөнсө ултырышта Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм РФ халыҡ-ара килешеүҙәре менән ҙаҡлана торған аырыуса ҡиммәтлек үҫемлектәрҙе һәм бәшмәктәрҙе законһыҙ йыйыу һәм юҡ итеү өсөн енәйәт яуаплылығын билдәләй торған законды ҡарарға планлаштыра. 

Бының өсөн максималь яза 1 млн. һумға тиклем штраф менән 6 йылдан 9 йылға тиклем мәхрүм итеү ҡарала. Думаның дәүләт төҙөлөшө һәм закондар комитеты рәйесе Павел Крашенинников айырыуса ҡиммәтле үҫемлектәрҙе һәм бәшмәктәрҙе юҡҡа сығарыу, йыйыу һәм уларҙың әйләнеше өсөн енәйәт яуаплылығына һаҡһыҙлыҡ арҡаҙында түгел, ә уйлап енәйәт ҡылғанда ғына йәлеп итергә мөмкин, тип белдерҙе.

Крашенников билдәләүенсә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, бигерәк тә, Алыҫ Көнсығышта, Алтайҙа, Ҡырымда, һуңғы йылдарҙа Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк төр үҫемлектәрҙе юҡ итеү осраҡтарының артыуы күҙәтелә. 

Фото: ykoctpa.ru

Автор:
Читайте нас: