Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Март 2023, 10:49

Ҡайын бөрөһөн йыйыр мәл

Уны нәҡ март айында йыйып ҡалығыҙ. Шифалы төнәтмәне нисек эшләү һәм ҡулланыу тураһында - яҙмала.

Ҡайын бөрөһөн йыйыр мәл
Ҡайын бөрөһөн йыйыр мәл

Ҡайын бөрөһөн иртә яҙҙа - ағастарҙа һут күбәйгән мәлдә (март урталарында, ҡайһы бер яҡтарҙа - аҙағында) - йыйырға кәрәк. Был ваҡытта бөрөләр ыҫмалалы һәм хуш еҫле, тик әле асылып етмәгән - тимәк, иң ҡулай мәл. Иртәрәк өҙгәндә, файҙалы матдәләре әҙ буласаҡ, һуңға ла ҡалырға ярамай.

Үҙ ваҡытында йыйылған бөрөлә эфир майҙары, С витамины, каротин, алколоидтар, май кислоталары бар, микроэлементтар күп. Файҙалы үҙенсәлектәренән елһенеүгә ҡаршы тороусанлығын һәм бактерияларға ҡаршы көрәшеүҙә, шулай уҡ яраларҙы уңалтыуҙа һөҙөмтәлелеген атап китергә кәрәк. Ҡайын бөрөһөнән яһалған төнәтмәне сыйылған, ярылған, ҡырҡылған тирегә ябып дауалауҙы электән белгәндәр. Бынан тыш, бөрөләр ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яйға һалыуға булышлыҡ ҡыла, бауыр, бәүел ҡыуығы сирҙәрендә, ревматизм, подагра булғанда һөҙөмтәле ярҙам итә. Составында флавоноидтар, эфир майҙары булғанлыҡтан, уны бәүел һәм үт ҡыуҙырыу сараһы итеп тә файҙаланырға мөмкин.

Ҡайын бөрөһө төнәтмәһен шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә лә ҡулланырға кәңәш итәләр, ни өсөн тигәндә, ул был сиргә хас хәлһеҙлекте, гиповитаминозды, ашҡаҙанды дауалаусы булараҡ билдәле.

Төнәтмә яһау өсөн бер балғалаҡ кипкән һәм ваҡланған бөрөнө бер стакан һыуҙа 30-40 минут ҡайнаталар. Аҙаҡ һөҙөп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә кәңәш ителә. Ғәҙәттә, ошо рәүешле ике-өс ай дауаланырға.

Һәр осраҡ буйынса ла табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото: alkofan.com

 
 
 
https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2023-03-27/ayyn-b-r-n-yyyyr-m-l-3192661
 
Автор:
Читайте нас: