Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Октябрь 2022, 10:54

“12 ҡалаҡ” бисквиты

Был тәмлекәсте бешереү ысулы бик ябай.

“12 ҡалаҡ” бисквиты
“12 ҡалаҡ” бисквиты

3 йомортҡаны яҡшылап туғлап, уға 12 ҡалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәгеҙ һәм блендер менән 2 минут ҡабартып алығыҙ. Әлеге массаға 12 ҡалаҡ һөт, 12 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты лимон һутын өҫтәп, тағын бер аҙ туғлағыҙ. Унан һуң 12 ҡалаҡ он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс һалып, тағын болғатығыҙ.

Әҙер ҡамырҙы, майланған табаға һалып, 180–200 градусҡа ҡәҙәр йылытылған мейестә 20–25 минут самаһы бешерергә

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Эльмира Ғәлимйәнова рецебы

 

https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2022-10-16/12-ala-biskvity-2990434

Автор:
Читайте нас: