Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Октябрь 2022, 10:38

Сәскә түтәлдәрен ҡышҡа әҙерләйек

Октябрь айы – баҡсала үҫкән күп йыллыҡ сәскәләрҙе ҡышҡа әҙерләү өсөн иң һәйбәт ваҡыт.

Сәскә түтәлдәрен ҡышҡа әҙерләйек
Сәскә түтәлдәрен ҡышҡа әҙерләйек

Гладиолус һуғанының ҡабығы асыҡ көрән төҫкә керһә һәм бер-береһенән еңел генә ҡуба башлаһа, уларҙы ерҙән ҡаҙып алырға ваҡыт еткән була. Тәүге ҡырауҙар төшөп, георгин сәскәһенең япраҡтары һулығас та, уның бүлбеләрен һәнәк менән ҡаҙып алырға кәрәк. Һабағын 15 сантиметр ҡалдырып киҫкәс, бүлбеләрҙе тупраҡтан таҙартып, сорты яҙылған этикетка беркетеп ҡуйығыҙ. Киләһе яҙға ултыртыр өсөн урын һайлағанда, георгиндың төҫөн, бейеклеген, формаһын белеп торһаң, бик уңайлы. Бүлбеләрҙе киптерер өсөн бер нисә көнгә гәзиткә теҙеп ҡуйығыҙ. Һуңынан ҡом тултырылған тартмаларға һалып, баҙға төшөрһәгеҙ ҙә була. Гладиолус, георгин кеүек сәскәләрҙең һуғанбаштарын әленән-әле тикшереп торорға кәңәш ителә. Серей башлағандарын шунда уҡ алып ташлағыҙ.

Хризантема, лилиә, пион сәскәләрен ҡыҫҡа ғына итеп киҫеп, төптәренә тупраҡ йәки тиреҫ өйөп ҡуйығыҙ. Көндәр ныҡлап һыуытҡас, уларҙы яҡшылап күмергә лә була.
Октябрь башы тюльпандар ултыртыу өсөн дә иң уңайлы ваҡыт. Уның һуғансаһын шыйыҡ төҫтәге марганцовкалы һыуҙа 20 минут самаһы тотоп, үҙенән өс тапҡыр тәрәнерәк ултыртығыҙ. Тюльпандар алдан әҙерләп ҡуйылған ҡомло, тиреҫле ерҙә үҫһә, яҡшы итеп сәскә ата. Ҡыш һәйбәт сыҡһын өсөн, тюльпандарҙың өҫтөн еңелсә генә ҡаплап ҡуйығыҙ.

Сәскә түтәлдәрен дә көҙҙән тиреҫ, көл керетеп, яҡшылап ҡаҙып ҡалдырырға онотмағыҙ.

 

https://dimbuizary.ru/news/common_material/2022-10-06/s-sk-t-t-ld-ren-ysh-a-erl-yek-2978739

Автор:
Читайте нас: