Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
12 Сентябрь 2022, 10:02

Бер тин аҡса

Юлдан бер йәш егет китеп бара. Ҡараһа – алдында бер тин аҡса ята.

Бер тин аҡса
Бер тин аҡса

"Бер тин дә аҡса – алайым әле быны", тип уйлай егет һәм аҡсаны эйелеп алып, кеҫәһендәге көшөлөгөнә һалып ҡуя. Артабан атлай.

Башында төрлө уйҙар сыуала. "Ошо бер тин урынына мең һум аҡса тапһам, ни эшләр инем икән? Иң тәүҙә, атайым менән әсәйемә күп итеп бүләктәр алыр инем, әлбиттә", тип уйлай егет. Шулай уйлауы була, көшөлөгөнөң ауырайғанын тоя. Түҙмәйенсә, уны асып ҡарай. Баяғы бер тин урынына мең һум аҡса ятыуын күреп, аптырауынын сиге булмай. "Ғәжәп бит был! Бер тин аҡса мең һумға әйләнгән..."

Артабан атлай егет. "Әгәр ҙә көшөлөгөмдә ун мең һум аҡса ятһа, ни эшләр инем икән? Әлбиттә, һыйыр һатып алып, әсәйем менән атайыма һөт эсерер инем!" – тип уйлап та өлгөрмәй, көшөлөгөнөң тағы ла ауырайғанын тоя егет. Асып ҡараһа, унда ысынлап та ун мең һум аҡса ята! "Ғәжәп хәл! – тип шатлана егет. – Ә бына көшөлөгөмдә йөҙ мең һум булһа, ни эшләр инем икән? Әлбиттә, йорт һатып алыр, өйләнер инем. Әсәйем менән атайым да беҙҙең менән яңы йортта йәшәр ине..." Шулай тип уйлау менән егет көшөлөгөн аса һала һәм унда йөҙ мең һум аҡса ятыуын күреп, шатлығынан һикереп китә.

Көшөлөгөн ябып, кеҫәһенә һалып ҡуйғас, егеттен күнелен ҡорт кимерә башлай: "Бәлки, яңы йортҡа әсәйем менән атайымды күсереп тормаҫҡалыр? Улар минең ҡатыныма оҡшамай ҡуйһа? Иҫке йорттарында йәшәһендәр, әйҙә. Ҡарт кешеләргә һыйыр тотоу ҙа мәшәҡәтле булыр, кәзә генә алып бирермен. Ул тиклем күп итеп бүләктәр ҙә алмам, минең үҙемдең өҫтө-башты бөтәйтәһе лә бар..." Ошо уйҙарынан һуң егет кеҫәһендәге көшөлөктөң ҡапыл еңеләйгәнен тоя. Тиҙ генә асып ҡарай – унда бары тик бер тин аҡса ятҡан була...

 

https://ejansura.ru/articles/auly-y-bayly-y/2022-09-12/b-rh-t-s-sk-e-vitiligonan-daua-2942462

Автор:
Читайте нас: