Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Сентябрь 2022, 09:58

Ә һеҙҙең йоҡоғоҙ туямы?

Төндә эшләгән кешеләрҙә йөрәк өйәнәге, инсульт, һимереү хәүефе арта. Тағы ла...

Ә һеҙҙең йоҡоғоҙ туямы?
Ә һеҙҙең йоҡоғоҙ туямы?

Ғалимдар һау-сәләмәт кешеләр араһында ҡыҙыҡлы эксперимент үткәргән. Уларҙы мейе эшмәкәрлеген МРТ аппаратында һигеҙ сәғәт йоҡлағандан һәм йоҡо туймай торғандан һуң тикшергәндәр. Һөҙөмтәлә насар йоҡлауҙың когнитив функциялар, социаль аралашыу өсөн яуап биреүсе нейрон контурҙары әүҙемлеген ныҡ кәметеүе асыҡланған.

Ғалимдар 200 кешенән торған төркөмдөң йоҡо сифатын бер нисә тәүлек дауамында тикшергән. Эксперимент һөҙөмтәһендә махсус тест ярҙамында кешенең башҡаларға ярҙам күрһәтергә әҙерлеген баһалағандар. Кем насар йоҡлаған, йоҡоһо туймаған, улар тирә-яҡтағыларға ярҙам итергә ашығып бармаған.

Тикшеренеү үткәреүселәр раҫлауынса, насар йоҡлау кешеләрҙә яңғыҙлыҡ тойғоһон тәрәнәйтә, аҙыраҡ аралашырға мәжбүр итә. Кешелек үҫешендәге уңыш интеллектҡа ғына бәйле түгел, үҙ-ара тупланғанлыҡ һәм бер-береңә булышлыҡ итә белеүҙе лә эсенә ала ул. Тимәк, йоҡо беҙҙең тәртибебеҙҙе, гуманлыҡ тойғоларын һаҡлаусы, һәр беребеҙ өсөн мөһим булған ҡиммәттәрҙең береһе. Бик ауыр осраҡтарҙа йоҡоһоҙлоҡтоң үлемгә килтереүе лә ихтимал, ти белгестәр. Бер нисә көн йоҡламауҙың сәләмәт кешелә галлюцинация, хәлһеҙлек тыуҙырыуы билдәле. Насар йоҡлау фекерләү ҡеүәһен кәметә, хәтерҙе тарҡата. Һөҙөмтәлә уйлап еткерелмәгән ҡарарҙар ҡабул ителә, йыш ҡына алдашырға мәжбүр итә. Табиптарҙың әйтеүенсә, даими йоҡо туймау организмды ҡаҡшата, уның һимереүгә, шәкәр диабетына, йөрәк сирҙәренә, деменцияға килтереүе ихтимал. Даими рәүештә төндә эшләгән кешеләрҙә йөрәк өйәнәге, инсульт, һимереү хәүефе нығыраҡ күҙәтелә. Йоҡлаған ваҡытта баш мейеһе бета-амилоидтар аҡһымынан арына, әгәр аҙ йоҡларға тура килһә, был матдәләр тупланып, ваҡыт үтеү менән мейелә нейродегенератив үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә.

Һаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡ!

Фото: cgon.rospotrebnadzor.ru

Автор:Дина Арсланова.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-09-05/e-e-yo-o-o-tuyamy-2936561
Автор:
Читайте нас: