Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Июль 2022, 09:44

Эх, күңелле, рәхәт бында!

Һәр райондың йөҙөк ҡашы булырҙай матур ауылы була. Хәйбулла районында бындай ауылдарҙың береһе – Йәнтеш, тиһәк, моғайын, күптәр ризалашыр. Ундағы тәбиғәт кенә үҙе ни тора бит! Йәй етһә, бар халыҡ Һаҡмар буйына ағыла. Ял итәләр, һыу төшәләр. Күп кешенең: "Әйҙә, турбазаға барайыҡ, унда әллә нисә көн ял итергә була”,–тигәндәрен ишеткәс, шул яҡҡа юл тоттоҡ.

Эх, күңелле, рәхәт бында!
Эх, күңелле, рәхәт бында!

"Фазенда" турбазаһында эштең ҡыҙған мәле, сөнки күптәрҙең йәйҙең матур көнөн йорт-фатирҙарҙың тынсыу бүлмәһендә, бөтмәҫ ығы-зығыла үткәргеһе килмәй.
Ял итеү урыны йәмле Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына урынлашҡан. Йәнтештән 2 саҡрым самаһы алыҫлыҡта. Бында машинала килергә мөмкин, йылға аша ла иркен сығырға була.
Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Фазенда”ла ҡоштар һайрауы яңғырай, бер себен-серәкәй юҡ, хатта тәлмәрйен тауыштары ла ишетелмәй. Баҡтиһәң, был территория махсус эшкәртелә икән. Беҙҙе етмешенсе тиҫтәһен ҡыуалаған Йәнтеш ауылының “тере тарихы” (тәбиғәтте биш бармағындай белә), турбазаның хужаһы Рәсих Әхмәтов ҡаршы алды.
Турбазала ултыртылған бихисап сәскәләр күҙҙе иркәләй. Өҫтәл һәм эскәмйәләр менән ҡыйыҡ аҫтында бер нисә беседка, эргәлә мангалдар ҡуйылған.
Беседкалар эргәһендә ҙур ғына буш урындар бар, кәрәк булғанда унда уйындар үткәрергә, машиналар ҡуйырға була. Бөтә ерҙә лә сүп-сар түгергә һауыттар ҡуйылған. Турбазанан ҡалҡыуыраҡ ерҙә муйыл, еләктәр үҫә.
–13 йыл элек ошо ерҙә атайым мәрхүм мал көткән, йәғни йәйләү һымағыраҡ ер булды. Ошонда килеп, ғаиләбеҙ менән ял итеп, еләк, ҡыр сейәһе йыя инек. Аҙағыраҡ өҫтәл-ширлектәр ҡуйҙыҡ, уның өҫтөнә япма ла эшләп ҡуйҙыҡ. Яйлап төҙөкләндереү эшенә тотондом. Кәртәләнгән ерҙе рәсмиләштерҙем. Артабан ял зонаһына халыҡ килә башланы, тәбиғәт ҡосағында, хозурлыҡта тыуған көн-юбилейҙарын билдәләйҙәр, ял көндәре йә эштән һуң, ғаилә менән ял итәләр.
Улым пилорама алып бирҙе. Таҡталар үткәреп, ҡулымдан килгәнсе ял итеү урынында уңайлыҡтар булдырҙым. Мангалдар, мейестәрҙе яңыртырға ниәтләйем. Элек мунса берәү генә булды, ә хәҙер өсөнсөһө төҙөлә. Бер-нисә бәҙрәф бар.
Халыҡ килә, беҙҙең райондан ғына түгел, башҡа өлкәнән дә килеүселәр бихисап. Үҙем дә даими бында булырға тырышам. Ғөмүмән, эшләһәң, эш бара. Киләсәктә Һаҡмар йылғаһы буйлап туристик маршрут ойоштороу, ял итеүселәрҙе матур урындарға атта алып йөрөүҙе планлаштырам. Ҡатыным Алһыу Искәндәр ҡыҙы, балалар бар яҡлап ярҙам итәләр, –ти Рәсих Әхмәтов.
Эйе, ысынлап та, бында ял итергә уңайлы шарттар бар. Инеү хаҡы ла ҡыйбат түгел, 200 һум ғына.
Беседкалар зонаһынан үтеп, аҫҡа табан йылға буйына ағас баҫҡыс төшә. Матурлыҡ! Ян-яғында ерек, ҡайын ағастары, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Түбән төшкәс, Һаҡмар буйында мунсалар теҙелгән. Быйыл ғына эшләнгән мунсанан тәмле ағас еҫе генә аңҡып тора. Түҙмәй, ишеген асып ҡараным. Мунса бик ыҡсым һәм уңайлы. Уның һыйҙырышлығы–күп тигәндә дүрт кеше. Эсе таҙа, яңы. Ял итеүселәргә бушлай миндек тә тотторалар. Рәхәтләнеп сабын ғына! Ә мунсаның хаҡы–500 һум. Мунсанан сыҡтың икән, шунда уҡ Һаҡмар йылғаһына һикерәһең. Ике мунсанан да йылғаға төшөү өсөн баҫма булдырылған. Артабан, ситтәрәк, һайыраҡ яҡта, таш өйөмөн күреп, нимә эшләнеүен һораным. “Был турбаза ололар өсөн тәғәйенләнгән. Әммә күпселек ял итеүселәр балалары менән килә. Әйткәндәй, балалар өсөн аҡса алынмай. Киләсәктә, кескәйҙәргә уңайлы шарттар булдырырға ине хыялым. Ә һеҙ һораған урында бәләкәстәр өсөн махсус һыу төшөү урыны әҙерләнә, – тине Рәсих Әхмәт улы. Йәмле йәйҙең, эҫе көндәрҙең ҡәҙерен белеп, "Фазенда" турбазаһында ял итергә алдан яҙылырға онотмағыҙ! 89874848078 телефон һандары аша шылтыратырға була.
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: