Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Июнь 2022, 14:47

“Бир балаңды, һеңлем!”

Фаягөлдө бәхетһеҙ ҡатын тип күрәм мин. Һәр ваҡыт йөҙө бойоҡ. Йәш кенә булһа ла, таушалғаны, тормош ауырлығы баҫҡаны күренеп тора. Улын яңғыҙы тәрбиәләй. Ире булмағанға шулай ауырмы икән үҙенә?

“Бир балаңды, һеңлем!”
“Бир балаңды, һеңлем!”

Фаягөлдөң улы минең ҡыҙҙарым менән бергә уйнай, шуға балалар майҙансығында йыш осрашабыҙ. Ғәҙәттә, ул шым ғына ситтән күҙәтә, кеше менән бик аралашып бармай. Ә был юлы үҙе яныма килеп торҙо, һөйләшергә теләгәне күренеп тора.

– Һиңә рәхәт, балаларыңдың атаһы бар, ауырыһалар, өләсәһе килеп ярҙам итә, һеңлең ярҙам­лаша... Ә минең бер кемем дә юҡ, – тип башланы ул һүҙен.

Нимә тип яуап бирергә лә белмәй торған саҡта, ул яҙмышын һөйләй башланы.

Фаягөлдө әсәһе ҡырҡты үткәс таба. Апаһы иһә унан 15 йәшкә өл­кә­нерәк. Һеңлеһенең нисек үҫкә­нен артыҡ күрмәй ҙә ул, Фая­гөл­гә өс йәш саҡта ҡалаға уҡырға китә, аҙаҡ шунда эшкә тороп ҡала. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, кейәүгә сыға. Ауылға байрамдарҙа ғына ҡайтып йөрөйҙәр. Ара йыраҡ булғанғамы, йәш араһы һиҙҙерәме, апай менән һеңле мөнәсәбәте артыҡ йылы булмай. Юҡ, апаһы уны ҡырға ла типмәй, тик әллә ни яҡынлатмай ҙа.

Иркәләнеп кенә үҫкән Фаягөлгә күп нәмә рөхсәт ителә. Егеттәр менән дә иртә ҡыҙыҡһына башлай. 17 йәшендә ауырға ҡалғас, бөтәһе лә “аһ” итә, тик һуң була. 18 йәше тулыр-тулмаҫ малай таба. Баланың атаһына бер ниндәй ҙә өмөт булмай сыға. Себерҙәге ҡаланан йәйгә ҡунаҡҡа килгән егет Фаягөлдөң ауырға ҡалғанын белеү менән юҡҡа сыға. Был ваҡытта ҡыҙҙың атаһы үлгән була, ә ҡартайған әсәһенең хәле мөшкөл, саҡ атлап йөрөй...

Бәпес тыуғас, Фаягөл аптырап ҡала: нисек үҫтерергә, тәрбиә­ләргә? Ни үҙе уҡып бөтмәгән, һөнә­ре лә юҡ. Ҡарт әсәйҙең пенсияһына өсәүләп йәшәп булмай бит инде. Шул саҡта апаһы ярҙамға килә. Ул ире менән ун йылдан ашыу торһа ла, балалары булмай. Шуға бәпес бәләкәй саҡта үҙҙәренә алып торорға, Фаягөлгә уҡыуын бөтөп, берәй училищеға булһа ла уҡырға инергә тәҡдим итәләр. Йәшлеге менән ул шатланып ризалаша. Үҙе ауылда ҡалып, мәктәпте тамамлай. Аҙаҡ ҡалаға барып ашнаҡсыға уҡырға инә. Был саҡта Арыҫланға өс йәш тула яҙа.

Фаягөл апаһына йышыраҡ бара башлай, балаһы менән ныҡлап яҡыная. Уҡып бөтөп, кафела эш башлай. Үҙенә бүлмә лә бирелгәс, балаһын кире алырға була. Ошонда проблемалар башлана ла инде. Арыҫланға эҫенеп өлгөргән апаһы менән еҙнәһе уны биреүҙән баш тарта. Тәүҙә ялына, аҙаҡ янағас ҡына, улын бирәләр, тик тыныс тормош бөтә. Апаһы көнө-төнө шылтырата, баланы кире биреүҙе һорай. Һеңлеһен бер нисек тә тыңлата алмағас, үсләшә башлай. Опека органдарына шылтыратып, Фаягөлгә бер нисә тапҡыр тикше­реү ебәрә. Имеш, уның көнкүреш шарттары насар, балаһын йүнләп ҡарай алмай, ире лә юҡ. Бындай янауҙар, йөрөүҙәр артҡас, ҡыҙ телефон номерын алмаштыра ла ҡаланың бөтөнләй икенсе яғынан ҡуртымға бүлмә ала.

Һүҙ ҙә юҡ, уға ауыр. Балалар баҡсаһына йөрөгән бала йыш ауырый. Ә кем сирле бәләкәй балаһы бул­ған хеҙмәткәрҙе яратһын? “Боль­ничный”ға йыш сыға башла­ғас, уны эшенән ҡыуалар. Әле икен­се ергә урынлашҡан, тик шарты шул уҡ – эш көнөн ҡалдыр­маҫҡа.

– Апайым әҙәмсә мөнәсәбәттә булһа, мин баламды йәшермәҫ, бергә үҫтерер, уларға ебәреп торор инем. Юҡ бит... Балалар йортонан сабый алығыҙ, тим, сит ҡан кәрәк­мәй, Арыҫланды яратабыҙ, тиҙәр. Исмаһам, бер етемде бәхетле итерҙәр ине лә бит.

Апайым арҡаһында әсәйем дә минең менән аралашмай. Хис-тойғоларым тураһында уйлап та бирмәйҙәр. “Еҙнәң менән мине саҡ ҡына ла йәлләмәйһеңме ни? Һин бит йәш, яңынан бала табырһың”, имеш... – тип көрһөнөп һүҙен тамамланы Фаягөл.

23 йәшлек кенә ҡатынды бына ошондай ҙур проблемалар борсой икән. Уға бер ниндәй кәңәш тә бирә алманым. Нимә тиһең инде бындай осраҡта?..

 

Әлфиә ӘЙҮПОВА

Фото:ru.dreamstime.com

 

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2022-06-15/bir-bala-dy-e-lem-2840244

Автор:
Читайте нас: